"Ейәнсура таңдары"на ОКТЯБРЬ айында яҙылғандар араһында САМАУЫР уйнатыла
Бөтә яңылыҡтар
Иман
15 Март , 16:39

Ураҙа тотоусыларға табип кәңәше

Табип Айрат Зыятдиновтан бер нисә кәңәш

Ураҙа тотоусыларға табип кәңәше
Ураҙа тотоусыларға табип кәңәше

1. Ураҙа ваҡытында иң мөһиме – иртәнге аш – сәхәр.

Пәйғәмбәребеҙ ҙә: «Сәхәрҙә – бәрәкәт», – тигән. Сәхәрҙә бауырҙан үтте сығара торған ризыҡтар булырға тейеш. Бауырҙа үт йыйылһа, токсиндар барлыҡҡа килә. Әгәр сәхәрҙә берәр еләк-емеш, һыу менән еңелсә генә ҡапҡылап алһағыҙ, үт бүленеп сыҡмаясаҡ. Шуға күрә сәхәрҙә йәнлек майы, йәнлек аҡһымдарына бай ризыҡтар ашарға кәрәк. Эремсек, ҡаймаҡ, йомортҡа, сай, һурпа ашау хәйерле. Майҙан ҡурҡырға кәрәкмәй. Аҡыл хеҙмәте менән шөғөлләнгән кешенең организмына көнөнә кәм тигәндә 100–110 грамм май инергә тейеш.
Ошо ризыҡтар иҫәбенә бауыр токсиндарҙан таҙара, яҡшыраҡ эшләй башлай. Ураҙа тотҡанда хәлһеҙлек, уҡшыу, баш ауыртыу кеүек күренештәр ҙә һирәгерәк күҙәтелә.

2. Ифтар һыуҙан башланырға тейеш.

Йылы һыу ашҡаҙанда көнө буйына йыйылған лайланы йыуып төшөрә. Шунан һоң ғына төп ризыҡҡа күсәбеҙ. Әгәр еләк-емеш ашайғы килһә, уны ла һыу эчкәс, ашар алдынан ҡабып ҡуйырға кирәк. Әгәр еләк-емеште ашағандан һуң ҡапһаң, ул ашҡаҙандағы ризыҡты әсетәсәк.

3. Ифтар менән сәхәр араһында кәм тигәндә биш сәғәт ваҡыт уҙырға тейеш.

Ни өсөн тигәндә, ризыҡ өҫтөнә ризыҡ төшһә, ул ашҡаҙандағы ризыҡты эшкәртергә ҡамасаулай, һөҙөмтәлә ул серей. Шуға күрә ифтар менән сәхәр араһында ризыҡ ҡапҡылап йөрөргә кәңәш ителмәй. Ә бына йылымыс һыу эсеп тороу файҙаға ғына.

4. Ашағандан һуң 1,5 сәғәт һыу эсергә ярамай.

Ашҡаҙанға төшкән ризыҡ 5–6, хатта 7–8 сәгәт ятырға мөмкин. Ашағандан һуң 1,5 сәғәт һыу эсергә ярамай. Ни өсөн тигәндә, ашағандан һуң һыу йәки сәй эсһәк, тоҙ кислотаһы насар эшләй башлай. Әммә ашар алдынан һыу эсеп ҡуйырға кәрәк. Был ашҡаҙандағы лайланы йыуып төшөрөү өсөн кәрәк. Юҡһа, ризыҡ туранан-тура шунда эләкһә, ашҡаҙанда ризыҡ тейешенсә эшкәртелеп бөтмәйәсәк. Организмға ингән микроб, вирустар ҙа юҡ ителмәй, шул килеш ҡаласаҡ. Ашағандан һуң бик ныҡ эске килһә, бер-ике йотом яҡшы сәй йәки ҡәһүә эсеп ҡуйырға ярай.

Тотҡан ураҙаларығыҙ ҡабул булһын!

Автор:Альмира Аюпова
Читайте нас: