"Ейәнсура таңдары"на ОКТЯБРЬ айында яҙылғандар араһында САМАУЫР уйнатыла
Бөтә яңылыҡтар
Иман
27 Март , 17:09

Рамаҙан айы тамамланғансы өлгөр!

Аллаһтың рәхмәте менән Рамаҙан айының 17-се көнөнә лә килеп еттек. Ураҙалар, тәрәүихтар, ифтар һәм сәхәрҙәр менән нурланған көндәребеҙ көндән-көн кәмей, ләкин тағы бер эшебеҙ тағы ҡалды, ул да булһа фитыр саҙаҡаһы биреү.

Рамаҙан айы тамамланғансы өлгөр!
Рамаҙан айы тамамланғансы өлгөр!

Фитыр саҙаҡаһы – ул һәр мохтаж булмаған мосолмандың мохтаждарға бирелә торған саҙаҡаһы.
Мохтаж кешеләр Ураҙа ғәйетендә ғаиләһен ҡыуандыра, байрам ойоштыра алһын өсөн бирелә торған саҙаҡа.

Фитыр саҙаҡаһын Рамазан айы дауамында бирергә була. Ғәйеткә ҡәҙәр биреү тейешле. Әгәр Ғәйет намаҙына тиклем биреп өлгөрөлмәһә, ул ябай саҙаҡа булып һанала.

Әгәр берәү ҡатыны, балалары өсөн фитыр саҙаҡаһын үҙе бирһә, һауаплы була.

Фитыр саҙаҡаһын мохтаждарға һәм ярлыларга бирәләр. Фитыр саҙаҡаһын ата-әсәйҙәргә, ҡартай-өләсәйҙәргә, балаларга, ейәндәргә, үҙ ғаиләңә биреү дөрөҫ түгел.

Фытыр саҙаҡаһының күләме 2024 йылда  аҙ килемле  кеше башына -  150 һумдан   (финик, арпа, бойҙай, йөҙөм һәм сахих хәҙистәрҙә телгә алынған аҙыҡ-түлектең уртаса хаҡынан сығып иҫәпләнгән).

Автор:Айгул Клысбаева
Читайте нас: