"Ейәнсура таңдары"на ОКТЯБРЬ айында яҙылғандар араһында САМАУЫР уйнатыла
Бөтә яңылыҡтар
Иман
3 Апрель , 13:24

Фидйә: ҡағиҙәләре һәм күләме

❓ Һорау: Әссәләмү ғәләйкүм, һаулығы насар булыу сәбәпле ураҙа тота алмаған кешеләр нисә һум түләргә тейеш?

Фидйә: ҡағиҙәләре һәм күләме
Фидйә: ҡағиҙәләре һәм күләме

✍ Яуап: Үә ғәләйкүм әссәләм үә рәхмәтүЛлаһ!

Әгәр кеше ураҙа тота алмаҫлыҡ берәй сир менән даими (йүнәлмәҫлек итеп) ауырый икән йә бүтән берәй сәбәп менән ураҙа тотмаҫҡа ғөҙөрө бар икән (мәҫәлән, ныҡ хәлһеҙ, ти, һәм саҡ ҡына ла ашамай йөрөһә, үлемесле хәлгә етә икән, ти, һәм башҡаһы), ул Рамаҙан ураҙаһы өсөн фидйә (урыҫса – искупление) түләй.

Фидйәнең миҡдары: ураҙа тотмаған һәр бер көн өсөн бер мохтажды бер көнлөк ризыҡ менән тәьмин итеү.

Тимәк, бер ай ураҙа тота алмаған кеше 29 йә 30 мохтажды бер көнлөк ризыҡ менән бүләкләргә тейеш (Рамаҙан айы төрлө йылдарҙа төрлөсә килә – йә 29, йә 30 көн).

Йә иһә бер мохтажды 30 көн дауамында ризыҡ менән тәьмин итә (бөтә фидйәне бер кешегә тотона), йә ике мохтажды – 15-әр көнлөк ризыҡ менән һәм башҡа, фидйәһен нисә кешегә һәм нисек бүлергә һәр кем үҙе хәл итә.

Фидйәне Рамаҙан айы етмәҫ борон да (әгәр кеше үҙенең ураҙа тота алмаҫын алдан уҡ яҡшы белһә), Рамаҙан айында ла, Рамаҙан айы бөткәс тә биреп ҡуйырға була. Ураҙа байрамы етеп килгән ваҡытта бирһәгеҙ, тағы ла яҡшыраҡ.

Фидйә зәкәт әһелдәренә бирелә, бүтәндәргә фидйә бирелмәй. Зәкәт әһелдәре: мохтаждар (ярлы йәшәүселәр), бурыслылар (бурысҡа ныҡ батыусылар), Аллаһ юлында йыһат ҡылыусылар (был иҫәпкә ғалимдар һәм талиптар ҙа инергә мөмкин), мосафирҙар (сәфәрҙә аҡсаһыҙ тороп ҡалыусылар), зәкәт йыйыусы һәм таратыусы хеҙмәткәрҙәр. Иң яҡшыһы, әлбиттә – мохтаждарҙы ашатыу.

Әгәр кемдеңдер ураҙа тоторлоҡ хәле лә, фидйә түләрлек аҡсаһы ла юҡ икән (үҙе ярлы йәшәй икән), Аллаһ Тәғәлә уны фидйә түләүҙән азат иткән. Ул бүтән төр ғибәҙәттәр ҡылһын һәм Аллаһ Тәғәләгә хәленән килгәнсә бүтән изгелектәр аша яҡынайһын. Аллаһ Тәғәлә бер кемгә лә көсө етмәҫтәйҙе бурыс итеп йөкмәтмәй.

Әгәр фидйәне аҡсалата бирергә теләһәгеҙ, үҙегеҙ көндәлек ашаған ризыҡтың хаҡынан сығып самалағыҙ. Кемдер көн дә ит, ҡыйбатлы емеш-еләк менән туҡланһа, уға фидйәһен дә шул сама менән биреү кәңәш ителә.

Ғөмүмән алғанда, быйыл Башҡортостан мөфтиәте бер көнлөк фидйә суммаһын 400 һум тип билдәләгән. Әммә, үрҙә яҙылғанса, һәр кем үҙ хәлен (көнөнә күпме ашап йәшәгәнен) үҙе лә самалай ала.

Әгәр фидйәгеҙҙе кемгә бирергә белмәһәгеҙ, уны фидйә йыйыу һәм таратыу менән булышҡан ышаныслы ойошмаларға һәм мәсеттәргә тапшыра алаһығыҙ. Ғәҙәттә, ундай ойошмаларҙа (зәкәт ойошмаларында) мохтаждарҙың исемлеге бар, шуларға таратып бирәләр. Әммә фидйә аҡсаһын мәсет ремонтлау кеүек эштәргә тотонмайҙар, мотлаҡ мохтаждарға еткерелергә тейеш.

Ә Аллаһ яҡшыраҡ белә.

© "Башҡорттарға – дин!"

Автор:Альмира Аюпова
Читайте нас: