Бөтә яңылыҡтар
Иман
22 Июнь , 17:35

Тәлбинә – дауалаусы бутҡа

 «Тәлбинә ауырыу кешенең йөрәген тынысландыра һәм хәсрәтенең бер өлөшөн ала», − тиелгән Пәйғәмбәребеҙҙең хәҙисендә (Әл-Бохари, Мөслим).

Тәлбинә – дауалаусы бутҡа
Тәлбинә – дауалаусы бутҡа

Был бутҡаны Пәйғәмберебеҙ яратып ашаған. Уны Ғәйшә йөрәк һыҙлауын тынысландырыр өсөн йыш бешергән. Арпа менән һөттән бешерелгән бутҡаны өлкәндәр ҙә бәләкәстәр ҙә ярата. Уны ашаған саҡта эстән бөтә тән йылынған һымаҡ тойола.

Арпаның файҙалы матдәләре тураһында әйтеп үтәйек. Был ҡыяҡлы үҫемлектә аҡһым (15,5%-ҡа тиклем) менән углеводтың (75%-ҡа тиклем) нисбәте бик яҡшы кимәлдә. Крахмал башҡа ҡыяҡлылар менән сағыштырғанда аҙ ғына миҡдарҙа. Арпа орлоғонда В, Е, А, D витаминдары бар. Тағы ла унда файҙалы микроэлементтар араһынан кремний, фосфор, калий, кальций, магний, никель, марганец, селен, йод, цинк барлығын иҫәптә тоторға кәрәк. Арпала шулай уҡ лизин менән гордецин тигән вирус һәм бактерияларға ҡаршы матдәләр бар. Уларҙан төрлө дарыуҙар эшләйҙәр. Шуның өсөн халыҡ араһында арпа ҡайнатмаһын һәм төнәтмәһен тиреләге бәшмәк ауырыуҙарынан һәм шешектәрҙән, ашҡаҙан һәм тын алыу юлдары сирҙәренән йыш ҡулланалар.

Тәлбина бутҡаһын бешерер өсөн беҙгә арпа оно, һөт, һыу, май, бал кәрәк буласаҡ. Арпа онон хәҙерге көндә ҙур ҡала кибеттәренән һатып алырға мөмкин йәки өйҙә кофемолка аша арпаны үткәреп он эшләргә була. Кәстрүлгә 400 мл һөт менән 200 мл һыу ҡойғас, өҫтөнә өс аш ҡалағы арпа онон ҡушабыҙ. Төйөрсәктәрҙе бөтөргәнсе яҡшылап болғатабыҙ. Шунан кәстрүлде талғын утҡа ҡуйып 5-7 минут болғай-болғай бешерәбеҙ. Бешеп сыҡҡан бутҡаға бал, әҙерәк тоҙ, һәм мотлаҡ рәүештә иретелгән һары май ҡушабыҙ. Шулай уҡ корица менән кардамон тигән тәмләткестәрҙе ҡушырға мөмкин. Ошо рецепт буйынса өс кешелек бутҡа килеп сығырға тейеш. Әгәр ҙә һеҙ ҡуйыраҡ йәки шыйығыраҡ бутҡа яратһағыҙ, арпа онон күпме кәрәк өҫтәп һалырға йәки кәметергә була.

Автор:Альмира Аюпова
Читайте нас: