Бөтә яңылыҡтар
Иман
29 Ноябрь , 15:51

Шайтан нисек әҙәм балаһына керә?

Ибнүл-Жәүзи Әл-Ҡаййим (Аллаһ Тәғәлә уға рәхмәтен насип әйләһен) әйтте: ,,Хәҡиҡәттә, шайтан нисек булһа ла кешеләргә керергә тырыша. Кешеләр ғәмһеҙлектә, наҙанлыҡта булғанда, улар шайтандан һаҡланыуға, ғилем алыуға иғтибарҙы аҙ биргәндә, шайтандың мөмкинлегенең көсө үҫә.

Шайтан нисек әҙәм балаһына керә?
Шайтан нисек әҙәм балаһына керә?

Йөрәк – ул нығытма (крепость) кеүектер. Ул нығытмала диуарҙар бар, ул диауарҙарҙа ҡапҡалары, ҡапҡаларында тәҙрәләр бар. Был нығытмала аң, аҡыл урынлашҡан. Фәрештәләр уның һаҡсыларылыр. Был нығытма биҫтәһендә шәһүәттәр һәм шайтандар тора, улар унда һис тотҡарлыҡһыҙ торалар. Нығытма эйәләре менән биҫтәлә тороусолар араһында өҙлөкһөҙ һуғыш бара. Шайтандар нығытманы төрлө яҡтан һаҡсыларҙың ҡайһы бер тәҙрәләрҙе һаҡлауҙа ғәмһеҙлектәрен һәм иғтибарһыҙлыҡ-тарын эҙләп йөрөүҙән туҡтамаҫтар. Һаҡсыларға һаҡларға йөкләтелгән нығытманың һәр бер тәҙрәһе һәм ишеге тураһында белергә тейешле. Бер секундҡа ла хәлһеҙләнергә ярамай, сөнки дошман йоҡламай.
Бер кеше Хәсән әл-Басриҙан һораны: ,,Шайтан йоҡлаймы?” Ул әйтте: ,,Шайтан йоҡлай торған булһа, беҙ аҙ булһа ла ял итер инек.”
Был нығытма зикер менән нурлана, иман менән яҡтыртыла. Унан тыш булған бөтә нәмә лә уның шымартылған көҙгөһөндә күренә. Биҫтәлә шайтандың иң беренсе эше нығытманың диуарҙарын улар ҡара төҫкә әйләндергәнсе һәм көҙгөнөң өҫтө тутыҡ менән ҡапланғансы төтөн менән ыҫлап бөтөрөү булыр. Дошман өҙлөкһөҙ нығытмаға һөжүм итә. Ҡайһы саҡта ул уның эсенә керә, әммә уға һаҡсылар ташланалар һәм унан ҡыуып сығаралар. Ҡайһы саҡта ул нығытма эсенә кереп зарар, зыян килтерә. Ихтимал, ул һаҡсыларҙың иғтибарһыҙлығы менән ҡуллана. Ихтимал, ул ел ҡыуып килтерә һәм шуның менән нығытманың диуарҙарына ҡором килтереп, диуарҙарҙы ҡап-ҡара төҫлө итә, ә көҙгөнө тоноҡ һәм тутыҡҡан хәлдә ирештерә, унан һуң нығытма эсенә керә һәм уны берһе лә күрмәй ҡала. Ихтималдыр, ул һаҡсыны иғтибарһыҙлығы сәбәпле йәрәхәтләндерәлер, уны әсирлеккә ала һәм уның менән файҙалана. Шайтан һәүәҫте (нәфсене) хуплау өсөн һәм уға ярҙам итер өсөн төрлө-төрлө мәкерле уйҙарҙы өҙлөкһөҙ уйлап сығара. Ихтимал, ул яуызлыҡҡа сумған ғалим кеүек булалыр.
Ҡайһы саҡта шайтан зирәк, аҡыллы, әммә тар ҡарашлы кешегә һөжүм итә. Ундай кешегә теләген уның алдында ҙур итеп күрһәтә һәм кеше уға ҡарай ҙа тәҫьирләнә.
Шайтан үҙенә эләккән әсирҙәрен бәйләп ҡуя торған иң ныҡ боғауҙары - наҙанлыҡтыр. Урта көслөләре - һәүәҫтәр, нәфселәр. Иң иманлы кешенең иманы көслө булғанда, дошман-уҡтары уны һәләк иттерә алмаҫ.
Әл-Әғмәштән риүәйәт ҡылынды: ,,Бер кеше ендәр менән һөйләшкәндә, улар уға әйттеләр: ,,Сөннәткә эйәргән кешенән дә беҙҙең өсөн ҡурҡынысыраҡ һәм нығыраҡ кеше юҡ. Үҙҙәренең нәфселәренә бирешкән кешеләргә килгәндә, беҙ улар менән теләгәнебеҙсә уйнайбыҙ.”
Ҡәҙерле мосолман ҡәрҙәштәребәҙ! Белегеҙ, шайтан зикер, тәҡүәлек, ихласлыҡ, ныҡ ышаныу булмаған йөрәккә керә. Ул үҙенең ҡотҡоларын йөрәккә ебәрә, һәм йөрәктә буш урын тапһа, шунда нығына.
Иң ҙур бәлә-төрлө һәүәҫтәр һәм нәфсе менән тулған йөрәктер. Был ике әйбер-шайтандың ризығылыр һәм был осраҡта унан һаҡланып булмай. Тәкәбберлек, йүнһеҙлек, ҡомһоҙлоҡ һымаҡ сифаттарҙы ҡуллана шайтан. Бының миҫалы ас эт миҫалылыр, ул эт янынан ит киҫәген ҡулында тотоусы кеше үткәндә, был эт ул кешегә ташлана. Кеше ул этте күпме ҡыуырға тырышһа ла, итте унан алып ҡуйғансы, ул эт тынысланмаҫ. Шул саҡта ғына ул өмөтһөҙләнер һәм китер унан. Шулай уҡ һәүәҫтәр (нафс) менән тулған йөрәкле кеше лә. Ундай кешегә беренсенән был һәүәҫтәрҙән ҡотолорға һәм йөрәгендә тәҡүәлекте урынлаштырырға кәрәк. Был осраҡта ошо һүҙҙәрҙе әйтергә кәрәк: ,,Әғүүҙү билләәһи минәш-шәйтаанир-ражим.”
Мәғәнәһе: Таштар менән атылыусы шайтандан Аллаһ Тәғәләгә һыйынам.
Был осраҡта шайтан был кешенән сығып китә. Һәм быны аңлаған кеше, был һүҙҙәрҙе әйтеүҙең күп кешеләрҙең файҙа күрмәгәндәренең сәбәбен аңлай. Был һүҙҙәр шайтанды ҡыумаҫтар, әгәр ҙә ҡотҡарыуҙы һораусының йөрәге шайтанды ризыҡландыра торған тәҡүәллек һәм иман урынлашмаһа. Аллаһ Тәғәлә ,,әл-Әғраф” (,,Пәрҙә”) сүрәһенең 201-се аятында әйтә:
إِنَّ الَّذِينَ اتَّقَواْ إِذَا مَسَّهُمْ طَائِفٌ مِّنَ الشَّيْطَانِ تَذَكَّرُواْ فَإِذَا هُم مُّبْصِرُونَ
,,Әгәр тәҡүә мөьминдәргә шайтандан үәсүәсә ирешһә, шул ваҡыт ярҙам һорап Аллаһты зикер итерҙәр, шундай хәлдә, йәғни күреп, белеп эш ҡылырҙар.” Был аяти кәримә тәҡүә бәндәләргә генә ҡағыла.
Шайтан уртаса хәлле мөьминдәргә күп осраҡта бәйләнә. Ныҡ тәҡүә бәндәгә яҡын килә алмай. Ҡәбәхәт әҙәмдән үҙе ҡаса, ә уртасылдарға үәсүәсә ҡыла. Хатта мәсеткә барыу менән дә кеше шайтанға ҡаршы көсләнә. Әгәр намаҙ уҡыһа, зикер әйтһә, Ҡөрьән уҡыһа, харамдан тыйылһа – көсө күпкә артасаҡ. Махсус зикерҙәрен әйтеп йөрөһәң, тимер колчуга тейгән һымаҡ булырһың. Ни тиклем диндә йыраҡ булһаң, шул тиклем шайтан өсөн еңел табыш булырһың.

(Интернеттан).

Автор:Альмира Аюпова
Читайте нас: