Фитыр саҙаҡаһын кеше үҙенең атаһына йәки әсәһенә; иренә йәки ҡатынына; олатаһына йәки өләсәһенә; улына, ҡыҙына йәки ейән-ейәнсәргә; хәлле, бай кешеләргә; мосолман булмағандарға; ете йәштән кесе балаларға; психик ауырыулы кешеләргә бирә алмәй.
Фитыр саҙаҡаһының күләме күпме?
Башҡортостан Республикаһы мосолмандары диниә назараты билдәләүенсә, фитыр саҙаҡаһының күләме төп аҙыҡ-түлек (бойҙай, арпа, финик, йөҙөм) хаҡына ҡарап иҫәпләнә.
Быйыл бер кеше өсөн ошолай тәшкил итә:
Аҙ килемле кешеләргә – 200 һум, урта хәлле һәм етеш кешеләргә – 200 һумдан 1100 һумға тиклем.
Фиҙиә саҙаҡаһы
Фиҙия саҙаҡаһын да Рамаҙандың башында ла, уртаһында ла, аҙағында ла бирергә була. Уны аҡсалата, аҙыҡ-түлек менән дә түләргә була, мохтаж бер кешегә йәки бер нисә кешегә таратырға ла мөмкин.
Фиҙиә саҙаҡаһының күләме бер кешенең бер көнгә туҡланыуынан сығып иҫәпләнә.
Урта хәлле, етеш кешеләргә һәр тотмаған көн өсөн – 400 һум, аҙ килемле кешеләргә – 200 һум.