Бөтә яңылыҡтар
Иман
27 Май 2025, 15:44

Зөлхизә айындағы бөйөк көндәр

Аллаһы Тәғәлә беҙҙе был ергә тик Уға ғына ғибәҙәт ҡылыр өсөн килтергән. Әҙәм балаһы һәр ваҡыт Раббыһына рәхмәтле булырға, Унан ярҙам һорарға, Уға доға ҡылырға, намаҙ уҡырға һәм мөмкинселеге булғанда ураҙа тоторға тейеш. Бер Аллаға ғына табыныу – беҙҙең бурыс. Әммә йылдың ҡайһы бер төндәрендә һәм көндәрендә кеше ғибәҙәтен тағы ла нығыраҡ көсәйтергә бурыслы.

Зөлхизә айындағы бөйөк көндәр
Зөлхизә айындағы бөйөк көндәр

Зөлхизә айының беренсе ун көнөнөң әһәмиәте

Мосолман календарында ун ике ай. Һәм уларҙың дүртеһе изге айҙар һанала. Дүрт айҙың изгелеге Китабыбыҙ Ҡөръән-Кәримдә лә күрһәтелгән:

“Күктәрҙе һәм Ерҙе яралтҡан көндән алып, Аллаһтың хисабына күрә, айҙарҙың һуны ун ике; уларҙың дүрте¬һе (һуғышыу) харам айҙар булып иҫәпләнә, диндең дөрөҫ хисабы шулдыр. Ул айҙарҙа (харам айҙарҙа) үҙегеҙгә золом итмәгеҙ, мөшриктәр үҙ-ара берләшеп, һеҙгә ҡаршы һуғыш баш¬лаһа, һеҙ ҙә берләшеп уларға ҡаршы һуғышығыҙ. Белеп тороғоҙ, Аллаһ (яманлыҡ ҡылыуҙан) һаҡланғандар менән бергә”.
Ҡөрьән, 9:36.

Зөлхизә лә шул айҙарҙың береһе, һәм ошо айға Ҡорбан байрамы көнө тап килә.

Билдәле булыуынса, Ҡорбан ғәйете беҙҙең иң оло байрамдарыбыҙ. Шуға ла уның алдында килгән ун көн дә айырыуса ҡиммәтле – Зөлхизә айының беренсе ун көнө. Шулар араһында ла иң ҡиммәтлеһе 9-сы көн – был көндө Ғәрәфә көнө тип атайҙар, унан һуң килгән көндө Ҡорбан ғәйете лә була.

«1. Атып килә торған таң исеме менән, (2) Ун кисәнең (Зөлхижжә айының) ун көнө менән!» (Ҡөрьән, 89:1, 2), — тип Раббыбыҙ изге китабыбыҙҙа ант итә. Был ант итеү ошо көндәрҙең ни хәҙәре оло дәрәжәгә эйә булғанын асыҡса билдәләй.

Ҡорбан байрамы алдынан килгән ошо ун көндә һәм төндә күберәк ғибәҙәткә (намаҙҙар һәм ураҙалар), доғаларға һәм изге эштәр ҡылыуға иғтибар итергә кәрәк. Был ун төндөң дә айырым бәрәкәте бар: төнгө намаҙҙар, сәһәр аштары айырым сауапҡа эйә.

«Аллаһтың иң яратҡан изге ғәмәлдәр...»

Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт ғәләйһиссәләм шулай тип әйтте: «Аллаһтың иң яратҡан изге ғәмәлдәр Зөлхизә айының беренесе ун көнөндә эшләнгән ғәмәлдәр».

Зөлхизә – Хаж ҡылыу айы

Әлбиттә, был көндәрҙә бөтә мосолмандарҙың уйҙары Ҡәғбә йүнелешендә була. Зөлхизә айы – динебеҙҙең тағы бер нигеҙен үтәүселәргә – Хаж ҡылыусыларға – изге бурыстарын үтәү айы.

“(Улар Хаж сәфәрендә кешеләр менән аралашып, мәғлүмәт йыйып, пакланып, Хаждың файҙа-һын күрһендәр), махсус билгеләнгән көндәрҙә үҙҙәренә ризыҡ өсөн бирелгән ҡорбанлыҡ хайуандар салып, Аллаһты зикер итһендәр (шуның өсөн Хажға килһендәр). Шул ҡорбан иттәрен һәм үҙегеҙ ашағыҙ, һәм дә бәхетһеҙ ярлыларға, фәҡирҙәргә лә ашатығыҙ”.
(Ҡөрьән, 22:28).

Зөлхизә айында ураҙа тотоу

Зөлзхизә айының туғыҙынсы көнө – Ғәрәфә көнөлөр һәм шул көндә ураҙа тотоу тураһында Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәд ғәләйһиссәләм шулай тигән: “Ғәрәфә көнөндә ураҙа тотоу ике йылдың – үткән һәм киләсәк йылдың – гөнахтарының юйылыуына юл аса” – шуға ла динебеҙҙә ошо көндө ураҙала үткәреү сөннәт тип һанала. Тик хаж ҡылғандарға был көндө ураҙа тотоу тыйыла.

Унан алдағы туғыҙ көндә лә нафилә ураҙалар тотоуы тыйылмай – һәр бер мосолман үҙ көстәренә ҡарарға тейеш, әлбиттә. Пәйғәмбәребеҙҙең хәләл ефете Ғәйшә әйтеүенсә: "Мин бер ҡасан да Мөхәммәд пәйғәмбәребеҙҙең Зөл-хиджә айының башынан алып ураҙа тотҡанын күрмәнем”.

Ғәрәфә көнөнөң әһәмиәте

“Аллаһтың ғәфү иткән кеше һаны буйынса йылдың бүтән бер көнөн дә сағыштырып булмай!” – тигән Пәйғәмбәребеҙ.

Был ай биргән мөмкинселектәрҙе ҡулдан ысҡындырмайыҡ!

Ҡөръәндә һәм хәҙистәрҙә әһәммиәте асыҡса билдәләнгән көндәрҙе бушҡа уҙғармайыҡ. Ғибәҙәттәр (намаҙ - ураҙалар) һәм доғалар менән бергә изге эштәр ҡылыуға ла иғтибар итәйек! Хәләл ефетебеҙ, балаларыбыҙ, туғандар һәм күршеләр, эштәге коллегаларыбыҙ – һәр береһенә эшләнгән изгелек ошо көндәрҙә оло сауап һанала, булған гөнәхтарыбыҙҙы юйырға юл аса һәм дәрәжәбеҙҙе күтәрә.

Кәрәккәнен эшләп бөтөн эштәребеҙҙе Аллаһ тәғәләгә тапшырабыҙ һәм бары тик Уның ғына рәхмәтенә һыйынабыҙ.

Автор: Айгул Клысбаева
Читайте нас