Беҙҙе МАХ-та уҡығыҙ
Бөтә яңылыҡтар
Иман
26 Март , 17:03

Әрүахтарға доғаны үҙең ҡыл

Әруахтарға бағышлап доғаларҙы кесе йома ҡояш байығандан һуң - йома көндө өйҙә лә мәсеттә лә уҡырға була.

“Бисмилләһ" әйтеп Ҡөръәндән аят-сүрәләр уҡып бағышларға кәрәк. Ғәҙәттә "Фатиха", "Йәсин", "Мөлөк" сүрәләре уҡыла, һуңынан ҡулдарыбыҙҙы күтәреп, ошо доғаны ҡылабыҙ:

 

Бисмилләәһир-рахмәәнир-рахииим. Йә Раббым! Үҙеңдең ризалығың өсөн уҡылған ошо Ҡөръән аяттарын уҡыуҙағы хата-кәмселектәребеҙҙе ғәфү итеп, Үҙеңдең киң рәхмәтең менән ҡабул ит. Хасил булған әжер-сауаптарын – иң элек барлыҡ ғаләмгә рәхмәт өсөн ебәрелгән Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәд Мостафа салләллаһу ғәләйһи үә сәлләмдең рухына, уның ғәилә әһелдәренең рух шәрифтәренә ирештер. Атабыҙ Әҙәм менән анабыҙ Һауаның рух шәрифтәренә ирештер. Шулай уҡ, атабыҙ Әҙәм ғәләйһиссәләмдән алып, Мөхәммәд ғәләйһиссәләмгә тиклем Ер йөҙөнә килеп киткән бөтөн пәйғәмбәрҙәрҙең, ғәбидтәрҙең, заһидтарҙың, остаздарыбыҙҙың, мөъмин-мөъминә булып үткән бөтә атай-әсәй, өләсәй-олатайҙарыбыҙҙың рух шәрифтәренә ирештер. (Ғәзиз әсәйемдең, ғәзиз атайымдың, рух шәрифтәренә ирештер.) Ҡәҙерле ҡыҙ туғандарым һәм ир туғандарымдың рух шәрифтәренә ирештер. Өҫтәребеҙҙә хаҡтары булған, әруахтарҙың күңел шәрифтәренә ирештер. Раббым уларҙың рухтарын шат ҡылып, гөнаһтарын ярлыҡа. Уларҙың урындарын йәннәттә ҡыл, ҡәбер ғазабтарынан, ҡиәмәт көнө ҡурҡыныстарынан, йәһәннәм утынан һаҡла. Улар был донъяла йәшәгәндә ҡылған изгелектәренең, әжер-сауаптарын арттыр, ҡылған кәмселектәрен, хаталарын, гөнаһтарын Үҙеңдең киң рәхмәтең менән ғәфү ҡыл, һуңғы урындарын йәннәттә ҡыл.

Раббым, Үҙеңдең рәхмәтең менән гөнаһтарыбыҙҙы ярлыҡа, донъяла һәм ахирәттә яҡшы маҡсаттарыбыҙға ирешергә насип ит. Раббым, донъяла йәшәгән ваҡытыбыҙҙа бәндәләргә мохтаж ҡылма. Тәндәребеҙгә һаулыҡ, йәндәребеҙгә тыныслыҡ бир, күңелдәребеҙгә ышаныс, белем нурҙарын насип ит. Ҡәлеб һәм маңлай күҙҙәребеҙҙе ас. Баштарыбыҙға зирәк зиһен, үткер фекер, камил аҡыл, матур ғөрөф-ғәҙәт, тулы иман бир. Донъяла йәшәгәндә ғәмәл-ғибәҙәт, хәйер-ихсан менән йәшәп, үлем ваҡыттарында анһат үлем бир. Аманат йәндәребеҙҙе биргәндә, йәннәтеңде күреп, анһат ҡына тапшырырға насип ит. Ҡәбергә барып кергәндә рәхмәт фәрештәләрең ҡаршылап, һорау-яуаптарыбыҙҙы еңел бирергә һәм йәннәттәреңә инергә насип ит.

Раббәнәғфирләнә вәливәлидәйнә вәлилмуъминиинә йәүмә йәҡуумул хисәәбе. Раббәнәә әәтинәә фиддуньйә хәсәнәтәүүә фил әәхыйрати хәсәнәтәүүә ҡынәә ғаҙәәбәннәәр.

Әәмиин

Автор:
Читайте нас