-7 °С
Ҡар
Был ҡот осҡос хәл Иглинда буған. Мәктәптән ҡайтып барған 11 йәшлек балаға өс эт һөжүм итә. Әгәр быны үтеп барыусы 34 йәшлек ир-егет күреп ҡалып, эттәрҙе ҡыуып ебәрмәһә, был хәл нимә менән тамамланыуы билдәһеҙ. Әммә эттәр барыбер баланың бер аяғын йәрәхәтләргә өлгөргән. Табиптар әйтеүенсә, балаға етди операция талап ителә.
"Подслушано Иглино" төркөмөндә яҙылыуынса, Иглинда эттәрҙең балаларға һөжүм итеүенең тәүге осрағы түгел.