Бөтә яңылыҡтар

ЯРҘАМҒА КИЛЕРГӘ ҺӘР САҠ ӘҘЕРБЕҘ

Рәсәй Эске эштәр министрлығының Ейәнсура районы буйынса бүлегенең личный составы байрамды эске эштәр органдарының йәмғиәттәге әһәмиәтен яҡшы аңлап ҡаршылай, районыбыҙ граждандарының тыныс тормошо һәм эшмәкәрлеге өсөн кәрәкле шарттарҙы тәьмин итә.

Йыл һайын 10 ноябрҙә эске эштәр органдары хеҙмәткәрҙәре үҙҙәренең һөнәри байрамын билдәләй. Ябай булмаған криминоген хәл-торош шарттарында Рәсәй Эске эштәр министрлығының Ейәнсура районы буйынса бүлегенең личный составы был байрамды эске эштәр органдарының йәмғиәттәге әһәмиәтен яҡшы аңлап ҡаршылай, районыбыҙ граждандарының тыныс тормошо һәм эшмәкәрлеге өсөн кәрәкле шарттарҙы тәьмин итә.
Бөгөн полиция хеҙмәткәрҙәре ауырлыҡтарға ҡарамай, үҙ ғүмерен һәм һаулығын хәүеф аҫтына ҡуйып, хеҙмәт итә, иң яҡшы профессиональ һәм кешелек сифаттарын күрһәтә, үҙенең хеҙмәте менән дәүләттең конституцион нигеҙҙәрен ышаныслы һаҡлауҙы, йәмәғәт тәртибен һәм тотороҡлолоғон, граждандарҙың шәхси һәм мөлкәт хәүефһеҙлеген тәьмин итә.
Төп бурыстарын башҡарып, эске эштәр органдары енәйәттәрҙе иҫкәртеү, асыу һәм тикшереү буйынса ҙур эш алып бара. Полиция хеҙмәткәрҙәренең күпселеге урамдарҙа, халыҡ күп урындарҙа йәмәғәт тәртибен һаҡлауға йәлеп ителгән, халыҡ араһында профилактик эш алып бара. Шулай уҡ юл хәрәкәте хәүефһеҙлеген тәьмин итеү бурысы ла полицияға йөкмәтелгән.
Бөгөнгө криминоген хәл-торошҡа килгәндә, енәйәттәрҙең кәмеүе күҙәтелә – 232 (-20) теркәлгән. Үлтереүҙәр, талауҙар теркәлмәне, шулай уҡ һәр төр милекте, шул иҫәптән кеҫә телефондарын, мал урлауҙарҙың, фатирҙарға төшөүҙәрҙең, автотранспорт ҡыуып алып китеүҙәрҙең артыуына юл ҡуйылманы. Бәлиғ булмағандар ҡатнашлығында һәм иҫерек килеш ҡылынған енәйәттәрҙе кәметеүгә өлгәштек. Наркотиктарҙың һәм ҡоралдың законһыҙ әйләнешенә ҡаршы, шулай уҡ иҡтисад өлкәһендә енәйәттәрҙе асыу һәм коррупцияға ҡаршы көрәшеү буйынса әүҙем эш алып барылды.
Оператив-хеҙмәти эшмәкәрлектәге бөтә ыңғай һөҙөмтәләргә ауырлыҡтар, шәхси мәнфәғәттәре менән иҫәпләшмәйенсә, көн-төн тимәй, һауа торошоноң ниндәй булыуына ҡарамаҫтан, үҙ эшен башҡарған полиция хеҙмәткәрҙәренең намыҫлы хеҙмәте менән өлгәшелде. Бөгөн оператив-хеҙмәти эшмәкәрлектә даими рәүештә ыңғай һөҙөмтәләр күрһәткән коллегаларымдың исемдәрен ҙур кинәнес менән атап үтәм.
Енәйәттәрҙе асыу полицияның мөһим бурыстарының береһе булып тора һәм бында төп ролде енәйәттәрҙе тикшереү бүлеге башҡара. Енәйәттәрҙе иҫкәртеү һәм асыу нәҡ уларҙың оператив эш итеүенә һәм һөнәри оҫталығына бәйле. Был йәһәттән өлкән оперуполномоченный, полиция майоры Р.М. Шайнуровтың һәм оперуполномоченный, полиция капитаны Ф.Р. Дәминевтың хеҙмәт өлөшө ҙур.
Яңы иҡтисади һәм социаль-сәйәси үҙгәрештәр иҡтисади енәйәттәргә ҡаршы көрәш буйынса подразделениелар алдына яңы бурыстар ҡуя. Бөгөн иҡтисади хәүефһеҙлек хеҙмәткәрҙәренең тырышлығы коррупция һәм вазифауи енәйәттәр, ришүәтселек факттарын асыҡлауға йүнәлтелгән. Был бурыстар иҡтисади хәүефһеҙлек һәм коррупцияға ҡаршы төркөмдөң өлкән оперуполномоченныйы, полиция капитаны Ғ.Р. Ҡолоев тарафынан үтәлә.
Хәүефһеҙлек һәм тәртип тәьмин итеү маҡсатында күп һанлы объекттарҙы тиҙ арала тикшерергә кәрәккәндә эттәрҙе файҙаланыу мәсьәләһе көнүҙәк, бының менән инспектор-кинолог, полицияның өлкән лейтенанты С.В. Дуренков уңышлы шөғөлләнә.
Эске эштәр министрлығының Ейәнсура районы буйынса бүлегенең тәфтиш бүлексәһе тәфтишселәре юстиция подполковнигы Ә.Р. Булатасова етәкселегендә енәйәттәрҙе тикшереү буйынса ауыр һәм мәшәҡәтле эш алып бара. Бөтә эске эштәр бүлеге эшенең һуңғы һөҙөмтәләре уларҙың юридик белеменә хәҡиҡәтте асыҡлауҙа ныҡышмаллыҡ күрһәтеүенә бәйле. Тәфтишселәр: юстиция майоры О.Н. Килдейәрова, юстиция капитаны И.Ғ. Аҙнабаева, юстицияның өлкән лейтенанты К.И. Тупицына нәҡ шундай сифаттарға эйә.
Тәүтикшереү бүлексәһе начальнигы, полиция майоры А.М. Ғайсин етәкселегендә тәүтикшереүселәр: полицияның өлкән лейтенанты А.Н. Шаниязов, полиция лейтенанты Р.Б. Әхмәтов, полиция лейтенанты В.М. Дүшәнбаев енәтйәттәрҙе асыуға һәм тикшереүгә ҙур өлөш индерә.
Эшмәкәрлектәре күп яҡлы булған полицияның участка вәкилдәренең хеҙмәте йәмәғәт тәртибен һаҡлауҙа һәм енәйәтселеккә ҡаршы көрәштә мөһим роль уйнай, кешеләр үҙ бәләһе менән иң элек уларға мөрәжәғәт итә. Был хеҙмәт менән полиция подполковнигы Х.Ә. Тоҡомбәтов етәкселек итә, участка вәкилдәре һәр саҡ ярҙамға килергә әҙер. Өлкән участка вәкилдәре: полиция майорҙары Б.Б. Абдуллин, Р.Р. Бикбулатов, Ф.Ф. Ҡарағолов, участка вәкилдәре: полиция капитандары Б.Б. Исмәғилев, В.С. Аллабирҙин, А. И. Күзәшев, Ә.Л. Әминев, А.Ә. Мәһәҙиев, Н.Х. Ҡылысбаев, полицияның өлкән лейтенанты В.У. Искәндәров үҙҙәренә йөкмәтелгән бурысты намыҫлы үтәй.
Юл-патруль хеҙмәте инспекторҙарының эше айырыуса ауыр, улар тәүлек әйләнәһенә юл хәрәкәтен күҙәтә һәм унда ҡатнашыусыларға һәр ваҡыт ярҙам күрһәтергә әҙер. Юл-патруль хеҙмәте инспекторҙары: полицияның өлкән лейтенанттары Р. А. Ирғәлиевтың, Й.Ф. Яубасаровтың, Р.З. Күсәковтың, полиция лейтенанты Р.Р. Шараповтың, граждандарҙың рәхмәт һүҙҙәренә лайыҡ булған пропаганда буйынса дәүләт инспекторы полиция лейтенанты Л.И. Каракиновтың, Юл-патруль хеҙмәте төркөмөнөң административ закондар үтәлеше буйынса инспекторы полиция капитаны Л.С. Ҡыуатованың, шулай уҡ ЮХХДИ-ның теркәү-имтихан төркөмөнөң документтар алып барыусыһы Ф.Ч. Шәғзәтдинованың эшен билдәләп үтергә кәрәк.
Дежур часть хеҙмәткәрҙәре – оператив дежурныйҙар полиция майоры М.Р. Мачарашвили, полиция капитаны И.И. Хәлитов, полиция лейтенанты И.Д. Ғибаҙуллин, оператив дежурныйҙар ярҙамсылары: полиция прапорщигы М.Ф. Шәрипов, полицияның өлкән сержанты А.А. Латипов райондағы оператив хәл-тороштоң үҙгәрештәренә теүәл һәм ваҡытында яуап биреүҙе тәьмин итә.
Полиция лейтенанты Д.А. Уколов етәкселегендәге ваҡытлыса тотоу изоляторы хеҙмәткәрҙәренең эш шарттары айырыуса хәүефле һәм ҡатмарлы. Һаҡ-конвой подразделениеһы хеҙмәткәрҙәре полиция прапорщиктары Р.К. Жармухаметов, С.В. Гончаров, полицияның өлкән сержанты Д.Б. Абдуллин, полиция старшиналары И.И. Күзәшев, В.А. Мозафаров, Э.И. Назаров көн һайын енәйәт ҡылыуҙа ғәйепләнеүселәрҙе судтарға, тәфтиш органдарына һәм изоляторҙарына алып бара.
Ейәнсура районы буйынса эске эштәр бүлеге хеҙмәткәрҙәре Төньяҡ Кавказда ла хеҙмәти бурыстарын үтәй. Мәҫәлән, быйыл подполковниктар М.С. Иҫәнгилдин, Н.В. Долгов, өлкән сержант Р.Р. Мәүлитов Чечен Республикаһында хеҙмәт итеп ҡайттылар.
Водителдәр: прапощик И.В. Шәмсетдинов, өлкән сержант А.А. Чубаров тәүлектең һәр мәлендә лә шәхси ваҡыттары менән иҫәпләшмәйенсә полиция бүлегенең эшмәкәрлеген тәьмин итә.
Финанс бүлеге хеҙмәткәре эске хеҙмәт майоры Л.А. Аксиненко, шулай уҡ тыл хеҙмәте начальнигы подполковник Н.Х. Вәлитов дөйөм эшкә ҙур өлөш индерә.
Бүлек коллективының эшмәкәрлеге хеҙмәт менә генә сикләнмәй, беҙҙең хеҙмәткәрҙәр художестволы үҙешмәкәрлек конкурстарында, райондың йәмәғәт тормошонда даими ҡатнаша.
Кадрҙар эшенә һәр ваҡыт ҙур әһәмиәт бирелә. Барлыҡ оператив-хеҙмәт эшмәкәрлегенең һөҙөмтәлелеге күп йәһәттән личный состав менән эшләүгә бәйле булыуын аңлап, был төркөм етәксеһе эске хеҙмәт подполковнигы Р.Р. Юнысов, өлкән белгес майор Н.Ғ. Юлдашбаев бүлектең кадрҙар потенциалын һаҡлау һәм нығытыу буйынса бурыстарҙы уңышлы хәл итә.
Штаб подразделениелары идара итеүҙең төп органы булып тора. Эске эштәр органдарының тәртип һаҡлау эшмәкәрлегендәге ҡарарҙарын ғәмәлгә ашырыуҙы контролләү, башҡа көс структуралары һәм ведомстволары менән хеҙмәттәшлекте тәьмин итеү уларға йөкмәтелгән. Был эште эске хеҙмәт подполковнигы В.В. Шебалин һәм майор А.И. Зәбирова уңышлы башҡара.
Полиция майоры И.Ш. Ҡолмөхәмәтов етәкселегендәге миграция мәсьәләләре буйынса бүлексәнең белгес-эксперты С.Ҡ. Ниғмәтуллинаның, паспорт-виза эше хеҙмәткәрҙәре Ә.Ә. Бирҙебаеваның, О. В. Баймөхәмәтованың яҡшы эшен билдәләп үтергә кәрәк.
Эш ҡағыҙҙыры һәм режим йүнәлешен З.Т. Аҡсурина уңышлы етәкләй.
Шулай уҡ хеҙмәткәрҙәргә кәңәштәре менән ярҙам иткән һәм үҙҙәренең бай тәжрибәһен тапшырыуын дауам иткән ветерандарыбыҙға ҙр рәхмәт белдерәм. М.Х. Хәсәнова етәкселегендәге ветерандар советы эске эштәр бүлеге эшмәкәрлеге менән даими ҡыҙыҡһына һәм йәш хеҙмәткәрҙәргә һәр яҡлап ярҙам күрһәтә.
Ғаиләләребеҙгә һәм атай-әсәйҙәргә айырым рәхмәт һүҙҙәрен юллайым. Был һеҙҙең дә байрам. Түҙемлегегеҙ, ярҙамығыҙ һәм ышаныслы тыл өсөн рәхмәт һеҙгә!
Һәм, әлбиттә, барлыҡ эске эштәр органдары хеҙмәткәрҙәрен һөнәри байрамыбыҙ менән ҡотлайым! Хеҙмәтегеҙ өсөн рәхмәт һеҙгә! Ныҡлы һаулыҡ, ғаилә именлеге, рух ныҡлығы һәм уңыштар теләйем. Намыҫылы хеҙмәт итегеҙ. Рәсәй Федерацияһы Эске эштәр министрлығы тигән юғары исемгә тап төшөрмәгеҙ.
Читайте нас: