Бөтә яңылыҡтар

ХОҠУҒЫҢДЫ БЕЛӘҺЕҢМЕ, УҠЫУСЫ?

Рәсәй Эске эштәр министрлығының Өфө юридик институты курсанттары Ф. Солтанов исемендәге мәктәп уҡыусылары менән осрашты.

20 ноябрҙә Балалар хоҡуғы көнө билдәләнә. Ошо датаға арнап, Иҫәнғолдоң Ф. Солтанов исемендәге мәктәбендә “Хоҡуғыңды беләһеңме, уҡыусы?” тигән темаға дөйөм класс сәғәте үтте. 9-сы кластар менән осрашыуға Рәсәй Эске эштәр министрлығының Өфө юридик институтында 4-се курста белем алыусы, әлеге мәлдә район эске эштәр бүлегендә практика үтеүсе Яңыбай ҡыҙы Динә Дәминева менән Иҙелбаҡ ҡыҙы Светлана Адушева килде.
Ҡунаҡтар үҫмерҙәрҙе, уҡыусы булараҡ, хоҡуҡтары һәм бурыстары, комендант сәғәтенең әһәмиәте менән таныштырҙы. Ата-әсәләрҙең яуаплылығы тураһында ла һөйләне. Сығарылыш класында белем алыусы уҡыусыларҙы, әлбиттә, ҡыҙҙарҙың ни өсөн был һөнәрҙе һайлауҙары ҡыҙыҡһындырмай ҡалманы. Улар ҡунаҡтарҙан һөнәрҙәренең үҙенсәлектәре, курсант тормошо, шулай уҡ был юғары уҡыу йортона ниндәй имтихандар тапшырырға кәрәклеге хаҡында һорашты. Ҡунаҡтар барыһы хаҡында ла ентекләп һөйләне һәм ҡыҙҙар-егеттәрҙе киләсәктә үҙҙәренең уҡыу йортонда күреүҙәренә шат буласағын белдерҙе.
Читайте нас: