Бөтә яңылыҡтар

ҠАЙҘА БУЛҺАҢ, ШУНДА ҺАЙЛА

2018 йылдың 18 мартында Рәсәй Федерацияһы Президентын һайлау көнөндә тауыш биреүсе паспортта күрһәтелгән теркәлгән адресында – йәшәү урынында булмаһа, ул тауыш биреүҙең яңы тәртибе менән файҙалана аласаҡ. Ейәнсура районы территориаль һайлау комиссияһы рәйесе Ринат Сабир улы Бикбаев менән ошо хаҡта һөйләштек.

Ҡайҙа булаһың, шунда һайла

31 ғинуарҙан булған урында тауыш биреү өсөн ғаризалар ҡабул итеү башлана
2018 йылдың 18 мартында Рәсәй Федерацияһы Президентын һайлау көнөндә тауыш биреүсе паспортта күрһәтелгән теркәлгән адресында – йәшәү урынында булмаһа, ул тауыш биреүҙең яңы тәртибе менән файҙалана аласаҡ. Ошоға бәйле беҙ Ейәнсура районы территориаль һайлау комиссияһы рәйесе Ринат Сабир улы Бикбаевҡа бер нисә һорау менән мөрәжәғәт иттек.
– Билдәле булыуынса, 31 ғинуарҙа тауыш биреү көнөндә теркәлеү урынында булмаған граждандарҙан ғаризалар ҡабул итеү пункттары эшләй башлай. Улар ҡайҙа урынлашҡан һәм нисек эшләй?
– БР Үҙәк һайлау комиссияһы ҡарарына ярашлы, терртиориаль һайлау комиссиялары тарафынан бөтә республика буйынса Рәсәй Федерацияһы Президентын һайлау көнөндә һайлаусыны булған урыны буйынса һайлаусылар исемлегенә индереү тураһында ғаризалар ҡабул итеүсе 109 пункт асыласаҡ. Унан тыш, 74 күп функциялы үҙәк филиалдары һәм бүлектәре, дәүләт хеҙмәттәре порталы һәм 25 февралдән – участка һайлау комиссиялары аша ғариза бирергә мөмкин буласаҡ.
– Булған урын буйынса тауыш биреү тураһында ғаризала һайлаусыға 18 мартта үҙе тауыш бирергә теләгән участканы күрһәтергә кәрәк. Әйтәйек, ғариза биргән көндә Абзанда булып, Өфөлә тауыш биреү өсөн ундағы участка һанын һәм адресын нисек белергә?
– Быны ике ысул менән үҙаллы эшләргә була. Беренсенән Рәсәй Үҙәк һайлау комиссияһы сайтында “ТИК и УИК на карте России” тигән һылтанма бар, уға күсһәң, Президент һайлауҙа эшләйәсәк участка һәм территориаль һайлау комиссиялары күрһәтелгән интерактив карта асыла. Картаны асҡанда сайт кешенең булған урынын файҙаланыуға рөхсәт һорай. Программа картала иң яҡын һайлау комиссияларын билдәләй һәм күрһәтә. Әгәр территориаль һайлау комиссияһы билдәһенә баҫһаң, комиссияның бәйләнеш мәғлүмәте күренәсәк. Унда барып, булған урын буйынса һайлаусылар исемлегенә индереү тураһында ғариза бирергә мөмкин. Илдең башҡа төбәктәрендәге территориаль һәм участка һайлау комиссиялары адрестарын сайттың эҙләү системаһын файҙаланып табырға мөмкин.
Быларҙан тыш, Рәсәй Үҙәк һайлау комиссияһында мәғлүмәт-белешмә үҙәге эшләй. Ун шылтыратыуҙар күп каналлы 8-800-707-2018 (+7 (495) 727-2018) телефон һандары буйынса ҡабул ителә. Элемтә операторына һайлаусы тауыш биреү көнөндә булыуҙы планлаштырған бина адресын әйтергә кәрәк. Был адрес буйынса уны һайлаусылар исемлегенә индерәсәк участка һайлау комиссияһы тураһында мәғлүмәт биреләсәк.
Кәрәкле бөтә мәғлүмәт шулай уҡ Башҡортостан Республикаһы Үҙәк һайлау комиссияһы сайтында (http://bashkortostan.izbirkom.ru/) урынлаштырылған.

Мәлүмәт өсөн

2018 йылдың 18 мартында Рәсәй Федерацияһы Президентын һайлау көнөндә булған урын буйынса һайлаусылар исемлегенә индереү тураһында Ейәнсура районындағы ғаризалар ҡабул итеү пунктының адресы: Иҫәнғол ауылы, Совет урамы, 3, 117-се бүлмә. Эш ваҡыты: 2018 йылдың 31 ғинуарынан 12 мартына тиклем эш көндәрендә – 16.00-20.00 сәғ., ял көндәрендә – 10.00-14.00 сәғ. (терртиориаль һайлау комиссияһы). Күп функциялы үҙәк Иҫәнғол ауылы, Совет урамы, 3 адресы буйынса урынлашҡан.
Читайте нас: