Бөтә яңылыҡтар

ИҒТИБАР - БАЛАЛАР!

13 августан 8 сентябренә тиклем “Иғтибар – балалар!” профилактик акцияһы уҙғарыла.

2018 йылдың 6 айында Башҡортостан Республикаһы территорияһында бәлиғ булмағандар ҡатнашлығында 184 юл-транспорт осрағы теркәлгән, был былтырғы күрһәткескә ҡарағанда 0,5 %-ҡа әҙерәк. Уларҙа 4 бала һәләк булған, был 60 %-ҡа әҙерәк.Юл-транспорт осраҡтарында 197 бәлиғ булмаған бала яраланып, яраланған балаларҙың һаны 2,6 %-ҡа артҡан.
Юл-транспорт фажиғәһе осраҡтарының күбеһендә балалар транспорт саралары пассажиры булараҡ ҡатнаша. Улар ҡатнашлығында 82 юл-транспорт ваҡиғаһы йәки дөйөм алғанда 44,5 % теркәлгән, былтырғы күрһәткестән 1,2 % күберәк. Был аварияларҙа 3 (-62,5%) юл хәрәкәте ҡатнашыусыһы үлгән һәм 85-е (=) тән йәрәхәте алған. Әйтергә кәрәк, Благовещен районындағы юл-транспорт ваҡиғаһында һәләк булған бер йәшлек сабый балалар креслоһында булһа ла, хәүефһеҙлек ҡайышы менән эләктерелмәгән булған.
Бәлиғ булмаған йәйәүлеләр ҡатнашлығында ҡылынған юл-транспорт ваҡиғалары 2,3 % (84 осраҡ) кәмеһә лә, бәлиғ булмағандарҙың һаҡһыҙлығы арҡаһында ҡылынғандары 9,1 % (48 осраҡ) артҡан. Балаларҙың юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен боҙоуы арҡаһында килеп сыҡҡан юл-транспорт фажиғәләре Бәләбәй районында, Нефтекама ҡалаһында, Өфө районында һәм республикабыҙ башҡалаһында артҡан.
Ағымдағы йылда бәлиғ булмаған велосипедсылар ҡатнашлығында республика юлдарында 12 юл-транспорт ваҡиғаһы булған, уҙған йылдың шул уҡ ваҡытына ҡарағанда 71,4 % күберәк, уларҙа 12(+100) бала тән йәрәхәте алған. Шулай уҡ механик транспорт саралары менән идара иткән 6 (-25%) осраҡ теркәлгән, уларҙа 6 бала йәрәхәт алған.
Үрҙә әйтелгәндәрҙән сығып, балаларҙың урамдарҙа һәм юлдарҙа хәүефһеҙ йөрөү күнекмәләрен үҫтереү, уларҙы транспортлы мөхиткә өйрәтеү маҡсатында, шулай уҡ балалар йөрөтөүҙә ҡағиҙәләрҙе боҙоуға юл ҡуймау һәм белем биреү ойошмаларының яңы уҡыу йылына әҙерлек барышында профилактик сараларҙы көсәйтеү маҡсатында Ейәнсура районы территорияһында 2018 йылдың 13 авгусынан 8 сентябренә тиклем “Иғтибар – балалар!” профилактик акцияһы уҙғарыла.
Юл-транспорт хеҙмәте нарядтары водителдәр составы менән эште, юл аша йәйәүлеләрҙең үтеүен, балалар креслоһы һәм хәүефһеҙлек ҡайышын ҡулланыу ҡағиҙәләрен үтәүҙе тикшереү буйынса әүҙемләшәсәк.
Ата-әсә – водителдәрҙе хәүефһеҙлек ҡайыштарын һәм автомобиль салонында балалар булған осраҡта балалар креслоһын ҡулланыу кәрәклеге тураһында иҫкәртәбеҙ. Бала менән юл аша сыҡҡанда юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен теүәл үтәргә саҡырабыҙ. Иҫегеҙҙә тотоғоҙ: һеҙҙең юлда үҙегеҙҙе нисек тотоуығыҙ балағыҙ өсөн өлгө булып тора. Юлда баланың именлеге тәү сиратта өлкәндәргә бәйле.
Читайте нас: