Бөтә яңылыҡтар
Хоҡуғыңды бел! Твое право
10 Сентябрь 2018, 17:32

Ҡаҙнаға килем артыу – именлегебеҙ нигеҙе ул

3 декабргә тиклем түләргә

Әйткәндәй, Быйыл ғинуар-июль айҙарында республиканың йыйылма бюджетына яҡынса 88 миллиард һум күскән (2017-нең тәүге ярты йыллығына (+25%). Яҡынса 10% граждандар түләгән мөлкәт һалымдарына тура килә — 8,71 миллиард һум, тип билдәләйҙәр Федераль һалым хеҙмәтенең Башҡортостан идаралығында.
Керемдәр динамикаһы буйынса алдынғылар иҫәбендә: Ҡалтасы, Иглин, Бүздәк, Дүртөйлө, Мишкә, Өфө, Әбйәлил, Дыуан һәм Ҡыйғы райондары. Был муниципалитеттарҙа керемдәр үҫеше уҙған йыл менән сағыштырғанда 43% тәшкил иткән.
Шуның менән бергә антирейтинг лидерҙары ла билдәле: Ағиҙел, Благовещен, Мәләүез, республиканың Стәрлебаш, Борай, Мәләүез, Благовещен, Көйөргәҙе, Ейәнсура райондары. Бында мөлкәт һалымдары кереме 5% һәм унан ашыуыраҡҡа кәмегән.

Күңелһеҙ хәлгә тарымаҫ өсөн
Хәҙер күптәр сит илдә ял итә. Әгәр ҙә милек һалымы түләнмәгән булһа йәки башҡа бурысығыҙ бар икән, аэропортта йә вокзалда уҡ күңелһеҙ хәлгә тарыуығыҙ ихтимал. Йыш ҡына ялға йыйынғандар үҙҙәренең бурыстары барлығын белмәй.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, үҙ ваҡытында, һалым органдарынан бурыс тураһында талап алғандан һуң да түләмәгәндәргә ҡарата судҡа ғариза ебәрелә.
Судтан акт алғандан һуң бурыс граждандың банктағы иҫәбенән йә эш хаҡынан, стипендияһынан, пенсияһынан тотоп ҡалына. Был осраҡта дәүләт пошлинаһы ла өҫтәлә. Бынан һуң да бурыс ҡайтарылмай икән, һалым органдары ғәйепле кешенең документтарын суд приставтарына тапшыра. Түләмәгән осраҡта һалым бурысына пеня өҫтәлә бара.
Һалым инспекцияларының түләргә мәжбүр итеү саралары күп, улар бик йыш ҡына ғәмәлгә ашырыла. Мәҫәлән, мөлкәтен теркәү буйынса сикләү ҡуйыла, Рәсәйҙән ситкә сығыу тыйыла.
Тағы шуны иҫтә тоторға кәрәк: һалым, йыйым йәки пеня түләгәндән һуң билдәле ваҡыттан ғына сикләүҙәр алына. Һуңынан граждандар түләү ҡағыҙын суд приставтарына тапшырырға тейеш.
Бөтә был мәжбүри сараларҙан үҙегеҙҙе ҡотҡара алаһығыҙ. Бының өсөн һалымдарҙы ваҡытында түләргә генә кәрәк. Бурысты тикшереү һәм һалымдарҙы түләү өсөн “Физик шәхестең шәхси кабинеты” онлайн-сервисында теркәле­геҙ. Шулай уҡ суд приставтары сайтынан үҙегеҙ хаҡында мәғлүмәт алырға була.


Торлағыңды ҡуртымға биреп торғанһыңмы?
Йорттарын ҡуртымға биргән кешеләр араһында күбеһе эшҡыуар түгел һәм аҡсаны өҫтәмә килем тип кенә ҡарай. Шуға күрә улар үҙҙәренә мәшәҡәт өҫтәмәйем тип, һалым декларацияһын тултырмай һәм ҡаҙнаға тейешле хаҡты түләмәй.
Торлаҡ йортто йә бинаны ҡуртымға биргән кешеләр килем алғандың икенсе йылының 30 апреленән дә ҡалмайынса йәшәгән урынындағы һалым инспекцияһына 3-НДФЛ фор­маһы буйынса декларация тултырып тапшырырға тейеш. Декларацияла иҫәпләнгән бурысты 15 июлдән ҡалма­йынса түләргә кәрәк. Рәсәй Федера­цияһы ҡануниәте буйынса һалымдан ҡасыу ҡанунды боҙоу тип һанала, һәм ғәйеплегә тейешле сара күрелә. Бер нисә йыл элек был алым бик һирәк ҡулланыла торғайны. Бөгөн торлаҡ йорттарын, биналарҙы ҡуртымға биргән шәхестәр һалым инспек­цияларының ныҡлы күҙәтеүендә. Был юҫыҡта бурысын түләмәгән кешеләрҙе асыҡларға ведомство-ара мәғлүмәт алмашыу, урын­дағы үҙидара, торлаҡ-коммуналь хужа­лыҡтары, полиция һәм миграция хеҙ­мәте органдары ҙур ярҙам күрһәтә. Шулай уҡ республика граждандары ла үҙҙәре күреп-белгән мәғлүмәтте хәбәр итә ала. Һәр осраҡ ентекле ҡарала һәм тикшереү өсөн полиция органдарына йүнәлтелә.
Үкенескә ҡаршы, бәғзе берәүҙәр үҙҙә­ренең бошмаҫлығы арҡаһында ауыр хәлгә тарыу ихтималлығы хаҡында уйлап та бирмәй. Һалым түләмәгән өсөн һалым һәм енәйәти яуаплылыҡ ҡарал­ғанын онотмаһаҡ ине. Ҡырын эш фашлана ҡалһа, бурыстар һәм пеня менән бергә ярайһы күләмдә штраф түләргә тура киләсәк. Атап әйткәндә, Рәсәй Һалым кодексының 122-се статьяһына ярашлы, һалым бурысының 40 процентына тиклем штраф ҡаралған. Ә декларация тапшырмағанда, бурыс суммаһының 30 процентына тиклем һәм 1000 һумдан да кәм булмаған штраф түләтеләсәк.
Шулай итеп, торлаҡты ҡуртымға биреүсе барыбер хоҡуҡ һаҡлау орган­дарының иғтибар үҙәгенә эләгәсәк һәм енәйәти яуаплылыҡҡа тарттырыласаҡ. Кешенең ҙур күләмдә (өс йыл буйы 600 мең һумдан ашыу) йә айырыуса ҙур күләмдә (өс йыл рәттән өс миллион һумдан ашыу) һалым түләмәүе асыҡ­ланһа, 500 меңгә тиклем штраф һалыу­ҙары, өс йылға ҡәҙәр мәжбүри эшкә йәлеп итеүҙәре, алты айға тиклем ҡулға алыуҙары, өс йылға ҡәҙәр төрмәгә ябып ҡуйыуҙары ихтимал.

3 декабргә тиклем түләргә

Республиканың Һалым органдары һалым түләүгә белдереү ҡағыҙҙары тарата башлау менән 2017 йылда физик шәхестәргә милек һалымын иҫәпләү буйынса иң мөһим һәм ҡыҙыҡлы факттарҙы әҙерләне.
– Физик шәхестәргә 2017 йыл өсөн милек, транспорт, ер һалымдарын 2018 йылдың 3 декабренән дә ҡалмайынса түләргә кәрәк.
– Һалым түләүгә белдереү ҡағыҙҙарын таратыу башланды һәм 1 ноябргә тиклем дауам итә.
–. Теләк булғанда, түләүҙе онлайн режимда Федераль Һалым Хеҙмәтенең сайтының “Һалымыңды түлә” интернет-сервисы ярҙамында башҡарырға мөмкин. (www.nalog.ru).
– Һалым түләүсенең Шәхси кабинетында теркәлеү үткән граждандар белдереү ҡағыҙҙарын ошо сервис аша электрон формала ғына аласаҡ. Шәхси кабинет ҡулланыусыларына ҡағыҙҙа белдереүҙәр ебәрелмәйәсәк.
– Физик шәхестәрҙең милкенә һалым уның кадастр хаҡынан сығып иҫәпләнә. Яҡынса һалым суммаһын белергә теләһәгеҙ, Федераль Һалым Хеҙмәтенең «Калькулятор земельного налога и налога на имущество физических лиц, исчисляемых исходя из кадастровой стоимости» интернет-сервисын ҡуллана алаһығыҙ.
– Һалым буйынса ставкалар һәм льготалар тураһында мәғлүмәтте Федераль Һалым Хеҙмәтенең сайтында (www.nalog.ru) «Справочная информация о ставках и льготах по имущественным налогам» электрон сервис аша таба алаһығыҙ.
Читайте нас: