Бөтә яңылыҡтар

БЕЛӘҺЕҢМЕ? ЙӘШЕРМӘ!

Республикала Бөтә Рәсәй наркотиктарға ҡаршы “Үлем менән ҡайҙа сауҙа итәләр, хәбәр ит” акцияһының 2-се этабы старт ала.

Республикала Бөтә Рәсәй наркотиктарға ҡаршы “Үлем менән ҡайҙа сауҙа итәләр, хәбәр ит” акцияһының 2-се этабы старт ала. Наркотиктарҙың һаҡлау һәм һатыу урындарын, наркопритондарҙы белеүсе һәр кем ошо хаҡта 12 ноябрҙән 23 ноябргә тиклем тәүлектең ниндәй ваҡыты булһа ла конфиденциаль рәүештә хәбәр итә ала.
Һәр шылтыратыу, һәр хәбәр мөһим – был акцияның төп принцибы. Наркотиктар әйләнеше буйынса контроль хеҙмәткәрҙәренә әйтер һүҙҙәрегеҙ булһа, Башҡортостандың Эске эштәр министрлығында булдырылған ышаныс телефонына - 8(347)279-32-92 номерына шылтыратып, наркотиктарҙы таратыу һәм ҡулланыу осраҡтары хаҡында хәбәр итә алаһығыҙ. БР Эске эштәр министрлығының Ейәнсура районы буйынса бүлегенә 02 йәки 2-15-15 телефонына шылтыратығыҙ.
Читайте нас: