Бөтә яңылыҡтар

Бурысың түләнгәнме?

Башҡортостанда, шул иҫәптән беҙҙең районда ла “Бурыслы» иҫкәртеү операцияһы бара.

Башҡортостанда, шул иҫәптән беҙҙең районда ла “Бурыслы» иҫкәртеү операцияһы бара. Сараның төп маҡсаты — транспорт дисциплинаһының кимәлен күтәреү. Был осорҙа инспекторҙар штраф түләмәүселәрҙе асыҡлай һәм закон билдәләгән яуаплылыҡҡа тарттыра.
«ЮХХДИ хеҙмәткәрҙәре, юл хәрәкәте ҡағиҙәһен боҙоусыны туҡтатып, уны мәғлүмәттәр базаһы буйынса тикшерә. Түләнмәгән штрафы асыҡланһа, административ материал төҙөлә. Судта ғәйеплене 15 тәүлеккә тиклем иректән мәхрүм итеүҙәре мөмкин. 2019 йылдың башынан ошондай 6,5 меңдән ашыу водитель яуаплылыҡҡа тарттырылды», — тип хәбәр иттеләр төбәк Дәүләт автоинспекцияһының матбуғат хеҙмәтенән.


Административ штрафты 60 көн эсендә түләмәгән өсөн граждандарға «административ язаны башҡарыуҙан баш тартыу» статьяһы буйынса административ материал төҙөлә. Статья икеләтә күләмдәге штрафты, ләкин мең һумдан кәм түгел, йәки 15 тәүлеккә тиклем ҡулға алыуҙы, йә иһә 50 сәғәткә тиклем мәжбүри эштәрҙе күҙ уңында тота. Штрафты 20 көн эсендә түләгән осраҡта, штраф суммаһынан 50% түләү мөмкинлеге бар.
Ағымдағы йылдың 5 айында Ейәнсура район Эске эштәр бүлеге тарафынан штрафын ваҡытында түләмәгән 58 гражданин административ яуаплылыҡҡа (РФ КоАП-ының 20.25-се ст.) тарттырылды. Шуларҙың 48-е яза булараҡ мировой суд ҡарары буйынса 20 сәғәт мәжбүри эшкә йәлеп ителһә, ҡалған унауһына 1000-әр һум штраф һалынды.
Әйткәндәй, был язалар алдан тарттырылған яуаплылыҡтан азат итмәй. Шуға ла администратиф штраф һалынһа, уны үҙ иркегеҙ менән ваҡытында түләгеҙ һәм штраф һалыусы вазифалы кешегә хәбәр итегеҙ.
Читайте нас: