Бөтә яңылыҡтар

Кемгә һунар итергә?

Ейәнсурала тик айыуға ғына! Башҡортостанда быйыл һунарсыларға атырға рөхсәт ителгән мышы, айыу һәм ҡоралайҙарҙың һаны билдәле булды.

Башҡортостанда быйыл һунарсыларға атырға рөхсәт ителгән мышы, айыу һәм ҡоралайҙарҙың һаны билдәле булды.
Шулай итеп, БР Экология министрлығы квоталарҙы ошолай билдәләргә ниәтләй:
16 районда – 61 һоро айыуҙы;
14 районда – 62 өлкән мышыны;
дүрт районда 1 йәшкә тиклемге һигеҙ йәш мышыны;
17 районында (шул иҫәптән беҙҙең районда ла) 91 ҡоралайҙы;
Тағы ла 17 районда йәш, йәғни 1 йәшкә тиклемге 65 ҡоралайҙы атыу рөхсәт ителә.
Әйткәндәй, айыуға һунар итеүгә рөхсәт алыу өсөн йәрәбә 15 августа үтәсәк. Йәрәбәлә ҡатнашыу өсөн ғаризалар 22-26 июлдә (айыу) һәм 19-23 августа (мышы менән ҡоралай) ҡабул ителә. Ғариза формаһын министрлыҡтың сайтында табырға була.
Читайте нас: