Бөтә яңылыҡтар

Эттәр булғанмы һуң?

Ә эттәр булғанмы һуң? Прокурор тикшереүҙәре материалдарына нигеҙләнеп, урындағы эшҡыуарға һәм ветеринар станцияһы фельдшерына ҡарата асылған енәйәт эше буйынса хөкөм ҡарары законлы көсөнә инде.

Ә эттәр булғанмы һуң?

Прокурор тикшереүҙәре материалдарына нигеҙләнеп, урындағы эшҡыуарға һәм ветеринар станцияһы фельдшерына ҡарата асылған енәйәт эше буйынса хөкөм ҡарары законлы көсөнә инде.

Суд тарафынан эшҡыуар – РФ Енәйәт Кодексының 159-сы статьяһы, 3-сө өлөшөндә ҡаралған ике енәйәт (хеҙмәти хәлен файҙаланып мутлашыу), ветеринар станцияһы фельдшеры ошо уҡ статьяның 2-се өлөшө буйынса (алдан һөйләшеп, төркөм менән ҡылынған мутлашыу) ғәйепле тип табылды.

Судта асыҡланыуынса, хужаһыҙ йорт хайуандарын аулау, уларҙы приютта аҫрау, дауалау буйынса 2016 һәм 2018 йылдарҙа район хакимиәте һәм шәхси эшҡыуар, шулай уҡ ул етәкләгән фирма тарафынан муниципаль контракт төҙөлгән. Килешеү шарттарын намыҫ менән үтәү урынына эшҡыуар район ветеринария станцияһы фельдшерынан процедуралар, хайуандарға тикшереү үткәреү тураһында дөрөҫ булмаған документация алған. Уны муниципалитетҡа күрһәтеп, эшҡыуар 1 млн һумдан күберәк хаҡ алған. Ялған документтарған күренеүенсә, йәнәһе лә, 1,5 ммеңдән күберәк хайуан тикшерелгән, приютта аҫралғандары 600-ҙән ашыу икән. Хәсрәт эшҡыуарҙан айырмалы, фельдшер ғәйебен таныны.

Судтың хөкөм ҡарары менән эшҡыуар шартлы рәүештә 3 йылға иркенән мәхрүм ителде, ветеринар станция фельдшерына 1 йыл да алты айға иркенән шартлы мәхрүм итеү язаһы тәғәйенләнде.Башҡортостан Республикаһы Юғары суды ҡарары менән БР Күгәрсен район-ара судының хөкөм ҡарары көсөндә ҡалдырылды.

Т. Йәнбәков,

район прокуроры урынбаҫары.
Читайте нас: