Иҫәнғол барында хәүеф бар
Ейәнсура районы прокуратураһы 2019 йылдың тәүге яртыһында эш планын үтәү йөҙөнән МЧС белгестәрен йәлеп итеп, 50 кешенән күберәк кеше һыйҙырышлы урындағы кафе-барҙарҙа янғын хәүефһеҙлеге талаптары үтәлешен тикшерҙе.
Ике кафе-барҙың эшмәкәрлегендә янғынға ҡаршы талаптарҙың тупаҫ боҙолоуы асыҡланды. Мәҫәлән, бүлмәләрҙә янғын сигнализацияһы датчиктары, янғын тураһында кешеләргә хәбәр еткереү системаһы, янғын щиты, эвакуация планы, эвакуацияла сығыу урыны булманы, берҙән-бер эвакуация юлында тиҙ янып китеүсән материалдарҙан бүлкә файҙаланыуға, көнкүреш сүп-сарын һаҡлауға юл ҡуйылғайны.
Шул уҡ ваҡытта уларҙа табак нигеҙендә кальян тартыу буйынса хеҙмәттәр бик әүҙем тәҡдим ителде – ә йәмәғәт туҡланыуы йорттарында был бөтөнләй рөхсәт ителмәй.
Ошо факттар буйынса район прокуратураһы тарафынан ҡуҙғатылған административ эштәр буйынса шәхси эшҡыуарҙар Рф КоАП-ының 20,4 статьяһының 1-се өлөшө буйынса (янғын хәүефһеҙлеге талаптарын боҙоу) административ яуаплылыҡҡа тарттырылды.
Прокурор күрһәтмәһенә һәм судҡа ебәрелгән дәғүә ғаризаһы буйынса кафе-барҙарҙың береһенең бинаһы янғынға ҡаршы ҡануниәт талаптарына тап килтерелде, ҡағиҙә боҙоуҙарҙы бөтөргәнгә тиклем икенсеһенең эшмәкәрлеге туҡтатылды.
Т. Йәнбәков, район прокуроры урынбаҫары.