Бөтә яңылыҡтар
Хоҡуғыңды бел! Твое право
13 Сентябрь 2019, 18:12

Үҙ иркең менән тапшырғанда аҡса бирәләр

Ҡорал тапшырып, аҡса алыу юлын беләһегеҙме?

Рәсми мәғлүмәттәр Башҡортостан халҡы йыл башынан үҙ ирке менән төрлө ҡорал тапшырып, 1,8 миллион һум аҡса алған, тип һөйләй.


Мәләүез ҡалаһы кешеһе 117 мең һумлыҡ патрон тапшырһа, Баймаҡ районынан бер кеше 15 меңгә үҙе яһаған ҡоралын биргән. Нуримандыҡы иһә бер килограмм дары тапшырып, өс мең һум хаҡ алған. Балаҡатай, Шаран райондарынан ике ир ҡорал тапшырып, 10-шар мең һум аҡсаға эйә булған.


"Ҡоралыңды тапшыр ҙа - аҡса ал" программаһы республикала 2012 йылдан эшләй. Уны тормошҡа ашырыуға йыл һайын 3,6 миллион һум бүленә.


Килтерелгән ҡоралдар йә иретергә ебәрелә, зауыҡлылары музейҙарға тапшырыла.
Читайте нас: