Бөтә яңылыҡтар
Хоҡуғыңды бел! Твое право
16 Сентябрь 2019, 18:58

Мутлашыусылар ҡорбаны булмағыҙ!

Заман алға барған һайын, мутлашыу төрҙәре лә тик арта ғына бара. Нисек итеп мутлашыуҙы ваҡытында асыҡларға һәм уның ҡорбаны булмаҫҡа?

Пластик карталар
Хәҙер аҡсаларҙы пластик карталарҙа һаҡлау ғәҙәти күренешкә әйләнде. Тәү ҡарашҡа аҡса ышаныслы һаҡлана, карта һәр саҡ ҡул осонда, ҡулаҡса алыуға, йә булмаһа магазинда әйбер алыу өсөн бары пин-кодты белеү етә. Әммә, барыһы ла улай шыма ғына түгел шул. Банк карталарын ҡулланып мутлашыу тарала бара, мутлашыусылар карта иҫәбенән аҡса алыу маҡсатында яңынан-яңы схемалар, махинациялар уйлап таба. Шуға ла бурҙар “ҡорбаны” булмау, үҙ аҡсаларығыҙҙы һаҡлау өсөн бындай урлашыуҙың төрҙәрен һәм ысулдарын белеп, уларҙан һаҡланыу кәрәк.
Банк карталары менән мутлашыу төрҙәре
Банк картаһын финанс донъяһының иң универсаль сараһы тип әйтеү яҙыҡ булмаҫ. Сөнки эш хаҡы, пенсия һымаҡ, хатта кредит та күптән картаға күсерелә. Уныдонъяның теләһә ҡайһы мөйөшөндә ҡулланырға, хатта интернет ярҙамында икенсе ҡитғаларҙан да әйбер һатып алырға була. Шул уҡ ваҡытта пластик картанан аҡса урлауға бәйле енәйәттәр арта. Уларҙың күпселеге крата хужаларының иғтибарһыҙлығына, үтә ныҡ ышаныусанлығына бәйле. Картанан урлашыуҙың ысулдары күп. Уларҙың һәр ҡайһыһына айырым туҡталыу кәрәктер.
Мобиль банк аша
Интернеттан телефонығыҙғабанк картаһы менән ҡулланыу талап ителгән төрлө приложение күсергәндә ныҡ иғтибарлы булыу кәрәк. Ҡайһы бер осраҡтарҙа программаны төҙөүселәр уны махсус рәүештә вирус менән зарарлай. Вирус кешенең смартфонына үтеп инеп, мутлашыусыларға эшләй башлай: мобиль банкингтың “тәҙрәһен” икенсе, ялған менән алмаштыра. Ә смартфон эйәһе шикләнмәй, мобиль банк мәғлүмәтениндерә. Ә вирус мәғлүмәтте аферистарға ебәрә.
Унан тыш, программа клиенттың смс-хәбәрҙәренә үтеп инә ала. Был осраҡта уғырылар картанан банкингта аҡсаны күсерһә йә банкомат аша ҡулаҡса алһа ла, карта хужаһына эшләнгән операциялар хаҡында смс килмәйәсәк һәм кеше аҡсаһы урланыу хаҡында белмәй ҡалыуы бар.
Быны нисек булдырмаҫҡа? Троян вирусы телефонға үтеп инеүҙән һаҡланыу өсөн бары лицензиялы программалар, шул иҫәптән антивирус та ҡуйыу һәм карта иҫәбен даими тикшереп тороу кәрәк.
Телефон аша
Әгәр банк картаһы телефон һандарына бәйле булһа, мутлашыусылар быны ла үҙ файҙаһында ҡуллана ала. Мәҫәлән, телефон йәки сим-карта юғалып (урланып), енәйәтсе ҡулына эләгә икән, улар һеҙҙең интернет-банкингты алды тиергә була. Улар һеҙҙең карталағы аҡсаны бер ҡаршылыҡһыҙ икенсе иҫәпкә күсерә аласаҡ. Унан тыш, мутлашыусылар мобиль операторҙың сайтын “емереп”, ҡулланыусының смс-хәбәрҙәрен икенсе адресҡа йүнәлтеп, мобиль йәки интернет-банкҡа инеү мөмкинлеген алыуы бар.
СМС-мутлашыу
Кредит карта эйәһенә уның картаһы блокировкаланыуы хаҡында СМС-хәбәр килә. Уны блоктан сисеү өсөн смс-хәбәрҙә күрһәтелгән йәнәһе лә финанс учреждение операторы номерына шылтыратыу һорала. Шылтыратҡан осраҡта мутлашыусы үҙен банк вәкиле тип таныштырып, картаны блокировканан сисеү өсөн тигән һылтау менән йәшерен мәғлүмәтте: карта номерын, код-һүҙҙе, пин-код һандарын һорашасаҡ. Әгәр ул һеҙҙән был мәғлүмәтте алһа, уға карталағы аҡсағыҙҙы икенсе иҫәпкә күсереү ҡыйынлыҡ тыуҙырмаясаҡ.
Пластик картаны урлау
Банк карталарын урлап, мутлашыу – киң таралған ысул, тиергә була. Әгәр картағыҙҙы юғалтып, уның урланыуы мөмкин тип уйлаһағыҙ – тиҙ арала банк операторҙары менән бәйләнешкә инеп йәки үҙегеҙ мобиль, интернет банк ярҙамында картағыҙҙы блокировкалағыҙ. Чиплы карталарҙан “серле” кодһыҙ аҡса алып булмаһа ла, тик магнит һыҙаты булған карталар менән магазиндарҙа түләү ҡыйынлыҡтар тыуҙырмай.
Банк карталары менән мутлашыуҙың яңы төрө
Заман урынында тормаған һымаҡ, мутлашыусылар ҙа карта ярҙамында алдашыуҙың яңы төрҙәрен уйлап табып тора. Хәҙер аферистарға яңы контактһыҙ технологиялар һәм интернет “ярҙам”ға килә. Әлбиттә, бында ҡулланыусыларҙың үҙҙәренең ғәмһеҙлеге лә ҙур роль уйнай.
Сервис номерынан шылтыратыу
Һуңғы арала Һаҡлы банкы карталары ярҙамында мутлашыу осраҡтары билдәле. Бының өсөн мутлашыусылар ойошманың сервис телефоны һандарын ҡуллана. Ҡорбандың телефонынан 900 һандарынан билдәле бер сумма аҡсаны күсереүҙе һорап, смс-хәбәр килә. Йәнәһе лә уның өсөн яуапҡа код ебәрергә кәрәк, йәиһә аҡса 600 секунд эсендә автомат рәүештә күсә.
Бер аҙ ваҡыт үткәс, Һаҡлыҡ банкының рәсми телефонынан (8-800-555-5550) шылтыратып, үҙен банктың хәүефһеҙлек хеҙмәте белгесе тип танытып, клиенттан кодты һәм “отмена перевода” тигән һүҙҙәрҙе яҙып, яуап смс ебәреүҙе һорай. Әгәр яуап бирһәгеҙ, карталағы аҡсағыҙ, Һаҡлыҡ банкы “хеҙмәткәре” кеүек үк, юҡҡа сығасаҡ.
Банкомат һәм терминалдарға вирус программаһын ебәреү
Был – Рәсәй финанс баҙары өсөн яңы мутлашыу төрө. Вирус банкоматты зарарлай һәм был аферистарға клавиатурала махсус код йыйып ҡына аҡса алыу мөмкинлеге бирә.
Paypass технологияһы менән контактһыҙ уҡыу ҡоролмаһы
Бындай (халыҡса әйткәндә, вай-фай менән) карталарҙы ҡулланғанда 1000 һумға тиклемге сумманы пин-кодһыҙ түләргә була. Енәйәтселәр был мөмкинлекте айырыуса кеше күп йөрөгән, тығын урындарҙа ҡуллана. Аҡса урлау өсөн уларға бары күсмә терминалды карта хужаһының ул карта ятҡан кеҫәһенә, сумкаһына яҡын килтереү ҙә етә.
Скимминг
Чиплы карталар ҡулланыуҙа таралғас, был төр урлашыу иҫкерҙе тиергә лә була. Әммә көнүҙәклеген юғалтмай. Банкоматтың карта ҡуйғысына тәү ҡарашҡа бер нисек тә айырылмаған махсус ҡоролма – скиммер ҡуйған мутлашыусылар клиент пластик картаны тығыу менәнмагнит һыҙаттағы барлыҡ мәғлүмәтен яҙҙырып ала.Шул мәғлүмәт ярҙамында картаның дубликатын эшләй. Пин-кодты иһә ике ысул менән:банкоматтың клавиатураһына махсус накладка ҡуйып йәки бәләкәй генә видеокамера ярҙамында алалар.
Шиминг – скиммингтың төрө булып тора. Был ысулда иһә махсус накладка урынына банкоматтың карта ҡуйғысына йоҡа плата ҡуйыла. Шул плата карталағы мәғлүмәтте уҡый. Скиммингты мутлашыусылар банкоматта ғына түгел, магазин-кафеларҙа ла ҡуллана. Был осраҡта уның портатив ҡоролмаһын – ҡул скиммерн ҡулланалар.
Аҙаҡ мутлашыусылар банк карталарының күсермәләрен эшләйҙәр һәм уларға карталарҙан урланған мәғлүмәтте индерәләр. Пин-кодтары билдәле, тимәк улар был күсермәләр ярҙамында аҡса ала, йәки магазин-кафеларҙа түләй ала.
Нисек скимминг ҡорбаны булмаҫҡа? Бының өсөн ҡайҙалыр ситтә, яҡтылыҡ насар төшкән урындарҙа урынлашҡан банкоматтарҙы урап үтегеҙ. Сөнки мутлашыусыларға шундай банкоматтар менән эш итеүе еңелерәк. Сауҙа нөктәләрендә карта менән түләгәндә уны ят кешегә бирмәгеҙ, үҙегеҙ түләгеҙ.
Электрон һәм электрон булмаған фишинг
Урлашыуҙың был төрөн “ҡармаҡҡа тотоу” тип тәржемәләргә була. Был ысулды ҡулланған мутлашыусылар электрон почтаға йәки телефонға кредит картаһы мәғлүмәттәрен һорап хәбәр килә. Мәҫәлән, түләү системаһы йәки банк үткәргән акция тип яҙалар. Бындай хәбәр алған һәр кем уның алдаҡ булыуын белергә тейеш. Бер генә банк ойошмаһы ла клиенттарҙың шәхси мәғлүмәтен “ҡармаҡлау” маҡсатында ундай хаттар ебәрмәйәсәк.
Вишинг
Үрҙә телгә алынған финингтың бер төрө. Айырма шунда: был осраҡта мутлашыусылар карта хаҡында мәғлүмәтте алыу өсөн телефон бәйләнешен ҡуллана. Был осраҡта автомат менән аралашаһығыҙ, йә булмаһа шылтыратыусы үҙен йәнәһе лә банк операторы тип таныштырыр. Мутлашыусыларҙың маҡсаты бер – уратып, төрлө һорауҙар биреп, карта, уның хужаһы һәм пин-код тураһында күберәк мәғлүмәт алыу.
Мәҫәлән, әгәр карта хужаһы интернетҡа нимәлер һатыуыхаҡында иғлан ҡуйған булһа, мутлашыусылар һатып алыусы булараҡ шылтыратып, аҡса күсереү өсөн, йә булмаһа йәнәһе лә ул әйберҙе алып киләсәк транспорт компанияһыһорай тигән һылтау менән карта хаҡында мәғлүәмтте алырға тырышасаҡ. Һеҙ, уларға ышанып, мәғлүмәттәрҙе еткереүегеҙ була, “һатып алыусы”нан да, аҡсағыҙҙан да елдәр иҫәсәк.
Ялған интернет-магазин
Уғырылар, бер ҡатлы һатып алыусыларҙың аҡсаһына хужа булыу маҡсатында, күптән интернет киңлегенә үтеп инде. Мәҫәлән, улар кешене ҡыҙыҡһындырырлыҡ, бик арзан хаҡҡа әйбер, кейем-һалым тәҡдим иткән интернет-магазиндар аса. Түләү, әлбиттә, карта ярҙамында ғына. Сөнки аферистарҙың маҡсаты бер – карточканың мәғлүмәтен, интернетта түләү мөмкинлеге биргән cvv-кодты (картаның артындағы өс һан) белеү.
Иҫәптән икеләтә түләү
Был төрҙө ҡара уй менән башҡарылған эш тип әйтеп булмай, ә банк картаһы менән түләү операцияларын эшкәртеүсе үҙәк тарафынан ебәрелгән техник хата. Шулай уҡ сауҙа нөктәһендә түләү терминалы ҡулланған һатыусының тәжрибәһеҙлеге арҡаһында ла карталағы аҡсағыҙ ике тапҡыр алыныуы бар. Был хәлде, әлбиттә, туҡтатып булмай. Әммә һеҙ уны ваҡытында белеп, банкка хәбәр итә алаһығыҙ. Бының өсөн телефонығыҙға смс-мәғлүмәт хеҙмәте булыуы крәрәк.
Картаны мутлашыусыларҙан нисек һаҡларға?
Пластик картаны банкоматҡа ҡуйыр алдынан унда бер ниндәй ҙә шикле накладкалар (улар, ғәҙәттә, төҫө менән айырыла) булмауында инанығыҙ. Әгәр картағыҙ менән контактһыҙ (халыҡ а “вай-фай” тип таралған ысул) иҫәпләшеп була икән, пин-кодһыҙ түләүҙең минималь лимитын билдәләгеҙ, йә булмаһа ул төрҙө бөтөнләй туҡтатығыҙ. Картағыҙҙы йөрөткән янсыҡҡа фольга һалһағыҙ, ул да аҡсағыҙҙы урлаусыларҙан һаҡлар.
Кредит картағыҙҙы кешегә бирмәгеҙ, пин-кодын әйтмәгеҙ. Билдәһеҙ сығанаҡтарҙан килгән смс-хәбәр йәки электрон хатҡа яуап итеп, аҡса күсермәгеҙ. Балансығыҙҙан аҡса алыныуын белһәгеҙ йәки шундай шик тыуһа, тиҙ арала банкка шылтыратып, картағыҙҙы блокировкалау кәрәк.
Картанан аҡса юғалһа нимә эшләргә?
Иң беренсе, картаның артында яҙылған телефон һандары буйынса банк учреждениеһына шылтыратырға. Уларға карталағы аҡса юғалыуы хаҡында хәбәр итеп, уларҙың әйткәндәрен эшләргә кәрәк. Унан полиция бүлегенә барып, ғариза яҙырға ҡала.
Аҡсаны ҡайтарып буламы?
Әгәр клиент үҙе, йә булмаһа туғандары уның картаһын ҡулланып операция башҡармаған булһа,банкка юғалған аҡсаны ҡайтарыуҙы һорап ғариза яҙырға кәрәк. Банк баш тартҡан осраҡта, судҡа мөрәжәғәт итә алаһығыҙ.Юғалған аҡсаны ҡайтарыу бик ауыр, бигерәк тә пин-код ҡулланылған осраҡта. Шулай ҙа өмөтөгөҙҙө өҙмәгеҙ.
Мутлашыу өсөн яуаплылыҡ
Енәйәт кодексы (159.3-сө статья) банк картаһын ҡулланып мутлашыуҙы енәйәт тип иҫәпләй һәм ғәйеплеләр, ҡануниәткә ярашлы, штраф, арест, мәжбүри эш йә булмаһа иректән мәхрүм итетеү кеүек яуаплылыҡҡа тарттырыла. Штраф күләме, эш сәғәттәре һәм арест ваҡыты туранан-тура урланған аҡса күләменә һәм урлашыу яңғыҙ йәки төркөм менән башҡарылыуына бәйле.
Читайте нас: