Бөтә яңылыҡтар

Мутлашыусылар ҡорбанына әүерелмәгеҙ!

Илүзә Аҙнабаева, Рәсәй Эске эштәр министрлығының Ейәнсура районы буйынса бүлеге тәфтишсеһе, юстиция капитаны:- Һуңғы осорҙа телефон аша урлашыуҙар буйынса хоҡуҡ һаҡлау органдарына мөрәжәғәттәр артты. Мутлашыусылар ябай халыҡты алдау өсөн нимә генә уйлап тапмай?! Мәҫәлән, бер райондашыбыҙ...

Илүзә Аҙнабаева, Рәсәй Эске эштәр министрлығының Ейәнсура районы буйынса бүлеге тәфтишсеһе, юстиция капитаны:
- Һуңғы осорҙа телефон аша урлашыуҙар буйынса хоҡуҡ һаҡлау органдарына мөрәжәғәттәр артты. Мутлашыусылар ябай халыҡты алдау өсөн нимә генә уйлап тапмай?! Мәҫәлән, бер райондашыбыҙ ит һатыуы хаҡында “ВКонтакте” сайтында иғлан яҙа. Иртәгеһенә уға бер ханым шылтыратып, ит алырға теләүен белдерә. Уға аҡсаны онлайн-күсереү уңайлы булыуын әйтеп, ит һатыусының банк картаһының реквизиттарын һорап ала. Һөҙөмтәлә был ханым да, ит һатыусының картаһындағы түңәрәк сумма ла юҡҡа сыға. Был хәл декабрҙә булды. Ғинуарҙа иһә хакерҙар “Одноклассники” сайтындағы бер райондашыбыҙҙың аккаунтын “емереп”, уның дуҫтарынан аҡсалата ярҙам һорап яҙа. Ҡайһы бер таныштары ышанып, аҡса күсерергә өлгөрә. Был ике осраҡта ла мутлашыусылар тоҙағына бер ҡатлы, үтә ышаныусан кешеләр эләгә. Шуға ла ейәнсураларҙы тағы бер ҡат иҫкәртәбеҙ: банк карталары мәғлүмәттәрен бер кемгә лә бирмәгеҙ һәм, ярҙам итергә теләһәгеҙ ҙә, ысынын асыҡламай тороп, аҡса күсермәгеҙ. Интернет аша эш эҙләһәгеҙ, тауар һатһағыҙ, һатып алһағыҙ, иғтибарлы булығыҙ. Уяу булһағыҙ ғына, мутлашыусылар ҡорбанына әүерелмәҫһегеҙ!
Читайте нас: