Бөтә яңылыҡтар

МАЛЫҢА ХУЖА БУЛМАҺАҢ, ХУЖА ТАБЫЛА

Беҙҙең район ауыл хужалығы районы булараҡ, күптәр шәхси хужалыҡтарында мал аҫрай. Шуға ла, күп осраҡта ғаиләнең йәшәү сығанағы булған һыйыр, йылҡы һәм һарыҡ малдарының юғалыуы – ҙур бәлә. Ошо хаҡта РФ Эске эштәр министрлығының Ейәнсура районы буйынса бүлеге начальнигы, полиция подполковнигы Альфред Хажиғәле улы Бикбулатов менән әңгәмәләштек.

Беҙҙең район ауыл хужалығы районы булараҡ, күптәр шәхси хужалыҡтарында мал аҫрай. Шуға ла, күп осраҡта ғаиләнең йәшәү сығанағы булған һыйыр, йылҡы һәм һарыҡ малдарының юғалыуы – ҙур бәлә. Ошо хаҡта РФ Эске эштәр министрлығының Ейәнсура районы буйынса бүлеге начальнигы, полиция подполковнигы Альфред Хажиғәле улы Бикбулатов менән әңгәмәләштек.
- Йыл да тиерлек, яҙ етеп, малдар сығыу менән, һеҙҙең хеҙмәткәрҙәргә эш өҫтәлә...
- Эйе, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, был ысынлап та шулай. Быйыл, мәҫәлән, апрель-май айҙарында ғына мал урлауҙың биш осрағы теркәлде. Енәйәттәрҙең географияһы ла, урланған малдар ҙа төрлө. Яңы Петровка ауылында ирекле йөрөгән дүрт быҙау, Түбәнге Мәмбәтшала шулай уҡ көтөүгә ҡыуылмай, иректә йөрөгән һыйыр юғалды. Арсенда иһә бикле торған ике һыйырҙы алып сығып киткәндәр, 3-сө фермала шулай уҡ бикле торған ике ат юғалды. Барлыҡ был факттар буйынса ла эҙләү-тикшереү эштәре бара.
- Ауылдар ҙа, юғалған малдар ҙа төрлө булһа ла, сәбәптәр берҙер, моғайын...
- Ысынлап та, мал юғалыу, урлау хаҡында мәҡәләләр гәзиттә даими баҫылып торһа ла, был мәсьәлә ауылдарҙа үткән сходтарҙа һәр саҡ телгә алынһа ла, мал хужалары иҫкәртеүгә, теләк-кәңәштәргә ҡолаҡ һалмай. Ҡылынған енәйәттәрҙе анализлауҙан шуны әйтә алам: мал юғалыуҙың төп сәбәбе хужаларҙың үҙҙәренең малына ҡарата мөнәсәбәттән. Малдар көтөүгә ҡыуылмай, ҡарауһыҙ йөрөй, һарайҙар, ялан кәртәләр яҡтыртылмай, бикләнмәй. Шәхси хужалыҡтағы малдарҙың тамғаланмауы ла урланған малды тапҡас, уны таныуҙа ҡыйынлыҡтар тыуҙыра. Хужалар малы ҡайһы ерҙә көтөлгәнен, енәйәт ҡайһы көндө, сәғәт нисәләрҙә ҡылынғанын белмәй. Полицияға һуңлап, “эҙҙәр һыуынғас” хәбәр итеү ҙә эҙләү-тикшереү эшендә ҡыйынлыҡтар тыуҙыра.
- Бындай енәйәттәрҙе иҫкәртеү маҡсатында ниндәй эш алып барыла?
- Ейәнсура эске эштәр бүлегеның личный составы мал урлаған, малды райондан ситкә законһыҙ алып сыҡҡан кешеләрҙе асыҡлау буйынса даими эш алып бара. Әммә был ғына енәйәтте төбө-тамырынан юҡ итеү мөмкинлеген бирмәй. Бөгөн беҙ ҡайһы бер хужаларҙың малдарын көтөүгә ҡыумай, иреккә сығарып ебәреүен күрәбеҙ. Берәҙәк аттар, һыйырҙар көнө-төнө буйы ҡарауһыҙ йөрөй. Шуға ла мөмкинлектән файҙаланып, халыҡҡа йәнә мөрәжәғәт итәм: шәхси хужалығығыҙҙағы малдарҙың именлеген контролләүҙе көсәйтһәгеҙ ине. Беҙҙең заманда ауыл кешеһе өсөн мал киләсәккә ышаныс. Малды үрсетә белеү генә аҙ, уны бурҙарҙан һаҡлау ҙа кәрәк. Бының өсөн әллә нимә лә талап ителмәй. Бары мал ҡураһының төҙөк, ныҡ булыуы, бикләнеүе, яҡтыртҡыстар, ҡарауылсы йәки эттең булыуы кәрәк. Бынан тыш малдарҙы ауыл биләмәһендә иҫәпкә ҡуйып, тамғалау мөһим. Һәм, әлбиттә, мал-тыуарығыҙҙы ҡарауһыҙ йөрөтмәгеҙ!
- Берәҙәк малдарҙың хужаларына яуаплылыҡ ҡаралғанмы?
- Ауыл хужалығы малдарын йөрөтөү тәртибен боҙған өсөн РФ Административ тәртип боҙоу кодексының 7.3-сө статьяһы буйынса бер меңдән алып 8 мең һумғаса штраф ҡаралған. Ошо уҡ тәртип боҙоу ҡабатланһа, штраф күләме икеләтә арта. Хөкүмәткә штраф түләргәме, әллә көтөүсегә түләү арзанғараҡ төшәме – уйланырға урын бар. Райондаштарға тағы ла шундай үтенес бар: әгәр ҙә һеҙ мал урлаған кешеләрҙе, йә енәйәти юл менән табылған итте һатып алыусыларҙы беләһегеҙ икән, 2-15-15, 2-72-16 телефон һандары буйынса РФ Эске эштәр министрлығының Ейәнсура районы буйынса бүлегенә йәки үҙегеҙҙең участка уполномоченныйына мөрәжәғәт итә алаһығыҙ.
Читайте нас: