ТАЛАП ҮТӘЛЕРГӘ ТЕЙЕШ

Миграция мәсьәләләре яңы ведомство – Рәсәй Эске эштәр министрлығының миграция мәсьәләләре буйынса баш идаралығы ҡарамағында, ә федераль миграция хеҙмәте белгестәре Эске эштәр министрлығы органына күсерелде.

Тик миграция мәсьәләләре менән генә булышып, мигранттар ағымын тейешенсә көйләй алмау сәбәпле, Федераль миграция хеҙмәте 2016 йылда айырым структура булараҡ бөтөрөлдө. Легаль булмаған мигранттарҙы эҙләү һәм ҡулға алыу өсөн миграция хеҙмәтенең вәкиллек хоҡуҡтары булмағас, ундай мәсьәләне хәл итеүгә Эске эштәр министрлығына мөрәжәғәт итергә мәжбүр инек. Шуны күҙ уңында тотоп, етәкселәр Федераль миграция хеҙмәтенә оператив эҙләү эшмәкәрлеген үҙ аллы башҡарыуҙы рөхсәт итеү, хатта инспекторҙар тарафынан ҡорал йөрөтөү мөмкинлеге хаҡында йыш һөйләне.
Бөгөн миграция мәсьәләләре яңы ведомство – Рәсәй Эске эштәр министрлығының миграция мәсьәләләре буйынса баш идаралығы ҡарамағында, ә федераль миграция хеҙмәте белгестәре Эске эштәр министрлығы органына күсерелде.
Рәсәй Эске эштәр министрлығының Ейәнсура районы буйынса бүлегенең миграция мәсьәләләре буйынса бүлексәһендә 2017 йылда 1497 кеше (шуларҙың 462-һе 14 йәше тулғас) шәхесте раҫлаусы төп документ – РФ гражданины паспорты алды. Шул уҡ осорҙа районға ҡунаҡҡа килеүсе 71 сил ил гражданы миграцион иҫәпкә ҡуйылды. Улар райондың төрлө ауылдарында, ғәмәлдәге ҡануниәткә ярашлы, 90 тәүлектән дә оҙаҡ булманы. Әле районда 4 сит ил гражданы бар.
Сит ил вәкилдәре күпселек Урта Азиянан (Үзбәкстан һәм Ҡаҙағстандан) килә. 56 сит ил гражданы йәшәү урындары буйынса, шул иҫәптән 23-ө – 3 йылға тиклем ваҡытлыса, 33-ө илдә йәшәүҙе рөхсәт иткән таныҡлыҡ буйынса 5 йылға теркәлгән. 2017 йылда 8 сит ил кешеһе, шул иҫәптән 2 бала РФ гражданлығы алды. Ә миграция ҡануниәтен боҙған 11 сит ил гражданы административ яуаплылыҡҡа тарттырылды.
Миграция өлкәһендә асыҡланған хоҡуҡ боҙоуҙарҙың төп өлөшө Рәсәй Федерацияһы граждандары тарафынан ҡылынған. Үткән йылда шулай беҙҙең хеҙмәткәрҙәр тарафынан район территорияһында йәшәгән Рәсәй граждандарына ҡарата 179 административ протокол төҙөлдө. Шуларҙың 80 %-ы – граждандың шәхесен раҫлаусы таныҡлығын (паспорт) тейешенсә һаҡламаған, аңлы рәүештә юғалтҡан, боҙған өсөн (19.16-сы статья). Был 2016 йылғы күрһәткес менән сағыштырғанда 60-ҡа күберәк. Бындай хоҡуҡ боҙоуҙар өсөн 300 һум күләмендә административ штраф ҡаралған.
Читайте нас