Бөтә яңылыҡтар

Яҡлай ҙа, һаҡлай ҙа беҙҙе полиция хеҙмәткәрҙәре

Беҙҙең интервьюНи генә әйтһәк тә, был сетерекле, ҡатмарлы заманда полиция хеҙмәткәрҙәренең роле баһалап бөткөһөҙ. Йәмғиәтебеҙҙәге күпме эштәр, яҡшымы, ул яманмы, йыш ҡына полиция хеҙмәткәрҙәре күҙлеге аша үтә. Енәйәт яһалмай ҡалған, наркотик эйәһенә барып етмәгән, рулдә иҫерек фажиғә булдырмаған икән – быларҙың артында күптәргә күренмәгән, беленмәгән, һиҙелмәгән оло хеҙмәт ята. Үҙ ғүмерен ҡурҡыныс аҫтына кем ҡуя, иң беренсе булып ярҙамға кем ашыға, әлбиттә, ул полиция хеҙмәткәре. Хәйер, беҙҙең райондағы ошо юҫыҡтағы хәлдәр тураһында Рәсәй Эске эштәр министрлығының Ейәнсура районы буйынса бүлек начальнигы, полиция подполковнигы Альфрид Хажиғәле улы Бикбулатовтан да яҡшыраҡ белеүсе кеше бармы икән. Һорауҙарыбыҙҙы уға юллайбыҙ.Альфрид Хажиғәле улы менән интервью тулыһынса гәзит биттәрендә.

Ни генә әйтһәк тә, был сетерекле, ҡатмарлы заманда полиция хеҙмәткәрҙәренең роле баһалап бөткөһөҙ. Йәмғиәтебеҙҙәге күпме эштәр, яҡшымы, ул яманмы, йыш ҡына полиция хеҙмәткәрҙәре күҙлеге аша үтә. Енәйәт яһалмай ҡалған, наркотик эйәһенә барып етмәгән, рулдә иҫерек фажиғә булдырмаған икән – быларҙың артында күптәргә күренмәгән, беленмәгән, һиҙелмәгән оло хеҙмәт ята. Үҙ ғүмерен ҡурҡыныс аҫтына кем ҡуя, иң беренсе булып ярҙамға кем ашыға, әлбиттә, ул полиция хеҙмәткәре. Хәйер, беҙҙең райондағы ошо юҫыҡтағы хәлдәр тураһында Рәсәй Эске эштәр министрлығының Ейәнсура районы буйынса бүлек начальнигы, полиция подполковнигы Альфрид Хажиғәле улы Бикбулатовтан да яҡшыраҡ белеүсе кеше бармы икән. Һорауҙарыбыҙҙы уға юллайбыҙ.
– Альфрид Хажиғәле улы, 2020 йылды ниндәй һөҙөмәтәләр менән тамамланығыҙ?
– Эш һөҙөмтәләрен йомғаҡлап шуны әйтер инем, Рәсәй Эске эштәр министрлығының Ейәнсура районы буйынса бүлеге тарафынан 2020 йылда райондағы оператив хәл-торош тейешле контролдә булды, террорға ҡаршы һәм профилактикалау йүнәлештәге саралар комплексы ойошторолдо.
2020 йылда криминоген хәл-торош әҙгә генә булһа ла – 0,4 процентҡа түбәнәйгән, йәғни 255 енәйәт башҡарылған, берәүгә әҙерәк. Асылған енәйәттәр 78,1% тәшкил итеп, үткән йыл күрһәткестәре менән сағыштырғанда 2,1%-ҡа әҙерәк.
Отчет осоронда бөтәһе 37 (-1) ауыр һәм айырыуса ауыр енәйәт теркәлеп, 81,6%-ы асылып, 8,6%-ҡа күберәк.
Үткән осорҙа бөтәһе 5 үлтереү факты: Яңы Себенле, Элмәле, Иҙелбәк, Түбәнге Бикбирҙе һәм Яңы Петровка ауылдарында булды. Шулай уҡ Байыш, Абзан, Иҫәнғол ауылдарында 3 сит мөлкәтте асыҡ талау һәм Юнайҙа бер көс ҡулланып талау осрағы теркәлгән. Бөтә енәйәттәр ҙә асылды.
Ҡоралдың законһыҙ әйләнеш осрағы менән бәйле 4 енәйәт асылды, улар Үрге Муйнаҡ, Иҙелбәк, Ишемғол һәм Саҙалы ауылдарында булды. Шулай уҡ наркотик матдәләрҙең законһыҙ әйләнеше осрағына бәйле 3 енәйәт (Иҫәнғол – 1, Яңы Петровка – 2) теркәлде.
Альфрид Хажиғәле улы менән интервью тулыһынса гәзит биттәрендә.
Читайте нас: