Бөтә яңылыҡтар

Машинаң тонировкаланғанмы? Улайһа...

Ейәнсура районында 19 апрелдән 28-нә тиклем автомобилдәрҙә тәҙрәләрҙең яҡтылыҡ үткәреү талаптары үтәлеше буйынса “Тонировка” операцияһы үтә.Тулыраҡ сайтта.

Махсус сара башланды
Ейәнсура районында19 апрелдән 28-нә тиклем автомобилдәрҙә тәҙрәләрҙең яҡтылыҡ үткәреү талаптары үтәлеше буйынса “Тонировка” операцияһы үтә.
Ҡараңғылатылған быяла йәки тәҙрә ҡаплауҙары водителдең күреү һәләтен түбәнәйтә һәм юлдағы хәүефһеҙлеккә кире йоғонто яһай. Тонировкаланған быяла аша ҡайһы бер объекттар насар күренә, тонировка шулай уҡ объекттарҙың ҡараңғы ваҡытта хәрәкәт итеү тиҙлеген кәметеп күрһәтә һәм бының менән юлдағы хәүефте арттыра. Бигерәк тә төндә, яҡтылыҡ етерлек булмаған мәлдә транспорт хәрәкәте ағымында ғына түгел, хатта ихаталарҙа ла юл-транспорт ваҡиғаһына килтереүе бар.
“Тәгәрмәсле транспорт сараларының хәүефһеҙлеге тураһындағы” техник регламентҡа ярашлы, автомобилдең алғы тәҙрәһенең яҡтылыҡ үткәреүе – 75 проценттан, ә ситтәге тәҙрәләрҙә 70 проценттан да кәм булмаҫҡа тейеш. Бындай хоҡуҡ боҙоуҙарҙы асыҡлау өсөн ЮХХДИ хеҙмәткәрҙәре яҡтылыҡ үткәреү кимәлен күрһәтеүсе махсус ҡоролма ҡуллана.
Автомобилде тонировкалау талаптарын боҙоусыларға 500 һум күләмендә штраф янай. Водителгә административ материал төҙөгәндә шулай уҡ хоҡуҡ боҙоуҙы туҡтатыу тураһында талап бирелә. Уға ярашлы, автомобиль хужаһы күрһәтелгән ваҡыт эсендә тонировкалау пленкаһын һыҙырып алырға тейеш, кире осраҡта РФ Административ тәртип боҙоуҙар кодексының19.3-сө статьяһы буйынса өҫтәлмә яза, хатта арест көтә.
Ейәнсура районы буйынса дәүләт автоинспекцияһы юл хәрәкәте ҡатнашыусыларына автомобилдәрен транспорт сараларының хәүефһеҙлеге тураһындағы техник регламентҡа ярашлылығын тәьмин итеүҙе һорап мөрәжәғәт итә. Юл хәрәкәтендә ҡатнашыусыларҙың сәләмәтлеге һәм ғүмере ошоға бәйле булыуы мөмкин. Үҙегеҙҙе һәм яҡындарығыҙҙы һаҡлағыҙ.
Ә. Әйүпова әҙерләне.
Читайте нас: