Бөтә яңылыҡтар

Транспорт сараң төҙөкмө, теркәлгәнме?

Башҡортостан Республикаһы Дәүләт техник күҙәтеү инспекцияһы бойороғона ярашлы, 17 майҙан 28 майға тиклем «Частник» шартлы исеме аҫтында юридик һәм физик берәмектәрҙең тракторҙарын, үҙйөрөшлө машиналарын һәм уларға тағылмаларҙы файҙаланыу өлкәһендә тәртип боҙоуҙарҙы иҫкәртеү буйынса айлыҡ үткәрелә.

Башҡортостан Республикаһы Дәүләт техник күҙәтеү инспекцияһы бойороғона ярашлы, 17 майҙан 28 майға тиклем «Частник» шартлы исеме аҫтында юридик һәм физик берәмектәрҙең тракторҙарын, үҙйөрөшлө машиналарын һәм уларға тағылмаларҙы файҙаланыу өлкәһендә тәртип боҙоуҙарҙы иҫкәртеү буйынса айлыҡ үткәрелә. Техника хужаларына хәүефһеҙ файҙаланыу буйынса талаптарҙы еткереү, теркәлмәгән йәки билдәләнгән тәртиптә техник тикшереү үтмәгән транспорт сараларын файҙаланыуҙы иҫкәртеү, шулай уҡ улар менән тракторсы-машинист танытмаһы йәки ярашлы категорияһы булмаған механизаторҙарҙың идара итеүенә юл ҡуймау «Трактор» операцияһының төп маҡсаты булып тора.
Шулай уҡ тракторҙарҙың һәм тағылмаларҙың техник торошона – тиҙлектә торғанда двигателде тоҡандырыуҙы блокировкалау механизмына, руль идараһы, тормоз системаларына һәм тышҡы яҡтылыҡ приборҙарына айырым иғтибар бүленә.
Профилактик сара барышында район дәүләт техник күҙәтеү инспекцияһының инженер-инспекторҙары тарафынан ауылдар буйлап рейдтар ойошторола. Шулай уҡ БР Экология һәм тәбиғәтте файҙаланыу, Рәсәй Эске эштәр министрлығының Ейәнсура районы буйынса хеҙмәткәрҙәре менән берлектә эшсе төркөмдәрҙең тикшереүҙәре үткәрелә. Асыҡланған ҡағиҙә боҙоуҙар буйынса административ йоғонто саралары күрелә һәм техниканы файҙаланғанда норматив талаптар аңлатыла.
В. Иҙелбәков,
Ейәнсура районы буйынса Дәүләт техник күҙәтеү инспекцияһы секторы мөдире.
Читайте нас: