Был хәл беҙҙең районда булды. Еңел автомобилгә идара иткән студентка юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге хеҙмәткәрҙәренең туҡтатыуына яуап итеп, киреһенсә, газға баҫа. Ҡыуып етеп туҡтатҡас, водителдең праваһы булмауы, етмәһә, эсеп алғанлығы асыҡлана!
Йә 15 тәүлеккә ябабыҙ, йә штраф түләргә тигәс, нисек уйлайһығыҙ, нимә булған? Ата-әсәһе штраф түләргә ризалашмаған. Ҡыйын булһа ла 15 тәүлек ултырып сығырға тура килә. Был ваҡиға йәш ҡыҙға һабаҡ булыр тип уйлайбыҙ.