Бөтә яңылыҡтар

Был мутлашыусының ҡорбаны булһағыҙ, хәбәр итеүегеҙ һорала (ВИДЕО)

Өфөлә полиция хеҙмәткәрҙәре мутлашыусы Ырымбур өлкәһе гражданын ҡулға алған. 

Был мутлашыусының ҡорбаны булһағыҙ, хәбәр итеүегеҙ һорала (ВИДЕО)
Был мутлашыусының ҡорбаны булһағыҙ, хәбәр итеүегеҙ һорала (ВИДЕО)

Рәсәй Эске эштәр министрлығының Өфө ҡалаһындағы 8-се бүлегенә сауҙа үҙәктәренең береһендә һатыусы булып эшләгән ҡатын мөрәжәғәт иткән. Ул полицияға билдәһеҙ ирҙең "подлом" юлы менән, йәғни иҫәпләшкәндә бер аҙ аҡсаны алып ҡалыу ысулы менән, аҡса урлауын хәбәр итә. 

Оператив-эҙәрлекләү сараһы барышында Өфө полицияһы видеокүҙәтеү камераларына эләккән иргә иғтибар итә. Ул бығаса шундай уҡ енәйәт өсөн хөкөм ителгән 47 йәшлек Ырымбур өлкәһе кешеһе булып сыға. Ир ғәйебен таный.

Әгәр ҙә һеҙ үҙегеҙ, йәки яҡындарығыҙ ошондай енәйәт ҡорбаны булғанһығыҙ икән, яҡындағы полиция бүлегенә мөрәжәғәт итегеҙ.

Сығанаҡ: Министрлыҡтың матбуғат хеҙмәте.

Автор:Альмира Аюпова
Читайте нас: