Бөтә яңылыҡтар

Машинаңда рулетка йөрөт, юғиһә 3 мең һумға "эләгеүең" бар

Водителдәрҙе ЮХХДИ-ларҙың яңы алымы тураһында иҫкәртәләр.

Машинаңда рулетка йөрөт, юғиһә 3 мең һумға "эләгеүең" бар
Машинаңда рулетка йөрөт, юғиһә 3 мең һумға "эләгеүең" бар

Рәсәй водителдәренә үҙҙәре менән рулетка йөрөтөргә кәңәш итәлә. ЮХХДИ инспекторҙары юл аша йәйәүлеләр үтеү өсөн тәғәйен урындар янына ҡайылған машиналарҙы тикшерә башлаған. Баҡтиһәң, улар машина менән "зебра" араһындағы аралыҡты үлсәп, транспорт сараһын ҡуйған водителдәргә штраф яҙа икән. Был күренештең ҡалаларҙа йыш күҙәтелеүе хаҡында хәбәр ителә. 

Бындай тәртип боҙоу өсөн штраф 3 мең һум тәшкил итә. Әгәр ҙә машинаны эвакуатор алып китә икән, тағы ла өҫтәп түләргә тура киләсәк. 

Юристар ЮХХДИ инспекторҙарының был ҡылығы законға ярашлы, тип билдәләгән. Сөнки ҡағиҙәне боҙоп, "зебра"ға яҡын ҡуйған транспорт сараһы йәйәүлеләр өсөн хәүеф тыуҙыра икән. 

 

Автор:Альмира Аюпова
Читайте нас: