Бөтә яңылыҡтар

Офтальмологтар тиҙ байырға уйлаған...

Туймазы офтальмологтары пациенттарына бушлай бирелергә тейешле препараттарҙы һатҡандар. Бер препарат – 34 мең һум.

Айҙар Мөхәмәтшиндың планын былтыр уҡ Рөстәмдә тормошҡа ашыра башлаған. Сирле дауаханаға килеп насар күреүенә зарланған. Табип уға 34 мең һумлыҡ күҙ хрусталиктары  алыу кәрәклеге тураһында әйтә, йә иһә һуҡыраясаҡ. Рөстәм микрозаймдан аҡса ала һәм табипҡа бирә, алмашҡа – препарат.

Дуҫтары был препаратҡа бюджет ҡаҙнаһынан аҡса бүленергә һәм уның бушлай булырға тейешлеген әйткәс, Рөстәм полицияға барып ғариза яҙа. Айҙар бер үҙе генә эшләмәй – табиптарға енәйәт эше ҡуҙғатылған. Дауаханала тикшереүҙәр бара.

Автор:Айгул Клысбаева
Читайте нас: