Был төр түләүҙәр 2020 йылдың февралендә раҫланған ине.
Ҡабул ителгәндә әлеге программа 2020-2022 йылдарҙа тормошҡа ашырылыр тип иҫәпләнә. Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте ҡарары менән уның ваҡытын 2023 йылға тиклем арттырҙылар. Был төр түләргә конкурс һайлап алыуын үтеп, халыҡ һаны 50 мең кешегә ҡәҙәр булған ауыл биләмәләрендә, эшселәр ҡасабаларында, ҡала тибындағы поселоктарҙа йәки ҡалаларҙа эшләй башлаған эшләй башлаған уҡытыусылар эйә була ала. Ауыл ерлегенә ҡайтып урынлашыусы педагогтар 50 йәштән өлкәнерәк булмаҫҡа тейеш. 1 млн аҡсаны алыр өсөн уларға хеҙмәт килешеүе буйынса уҡытыу ваҡыты 18 сәғәттән дә кәм булмаған эш аҙнаһы шарттарында аҙ тигәндә биш йыл кәрәк була.
Республикала бындай программа медицина хеҙмәткәрҙәре өсөн дә ғәмәлгә индерелде. Ағымдағы йылдың апрелендә ауыл табиптарына түләнгән аҡса күләме 1 миллиондан 1,5 миллион һум ҡәҙәр арттырылды.