Бөтә яңылыҡтар

Башҡортостанда бер ир өс ай буйына 17 йәшлек ҡыҙҙы мыҫҡыл иткән

Дыуан районында йәшәгән 28 ир эсеп алған да бәлиғ булмаған ҡыҙҙы тимер элмәкле ҡайыш менән туҡмаған.

 Ә 2020 йылдың ноябрендә урамда уны таныш булмаған ир менән күргәс, үҙенең автомобиленә ултырыуын талап иткән.

Ҡыҙ баш тартҡас, уның башына һуҡҡан һәм машинаға һөйрәп индереп ултыртҡан, шунан Таҙтүбә ауылынан 19 саҡрым алыҫлыҡтағы баҫыуға алып сығып туҡмаған да шунда ҡалдырып киткән.

28 йәшлек ир үҙенең ғәйебен таныған.

Автор:Айгул Клысбаева
Читайте нас: