Халыҡ иҫәбен алыуҙа тел тураһындағы һорауҙарға аныҡлыҡ индерәм. Изге ниәт менән булһа ла хаталыраҡ аңлатыуҙар, өндәмәләр күренә башланы. Әлбиттә, иҫәп алыу ҡағыҙындағы һорауға аныҡ яуап бирергә кәрәк.
10-сы һорау: Рус телен беләһегеҙме? Эйе йәки Юҡ тип яуап бирәһегеҙ.
10.1-се һорау: Уны көндәлек тормошта ҡулланаһығыҙмы? Эйе йәки Юҡ тип яуап бирәһегеҙ.
11-се һорау (үҙемдең яуапты өлгө итеп күрһәтәм) Башҡа ниндәй телдәрҙе бәләһегеҙ һәм уларҙың ҡайһыһын көндәлек тормошта ҡулланаһығыҙ?
Башҡорт теле - Эйе, даими ҡулланам.
Татар теле - Эйе, ҡулланам (Юлдаш радиоһы көн дә һөйләй, тыңлайым да аңлайым да). Әйткәндәй, татарҙар ҙа башҡорт телен көн дә ҡуллана, БСТ ҡарай, Юлдашты тыңлай. Улар ҙа минең кеүек яуап бирһен ине.
Өсөнсө юлды буш ҡалдырам. Был бүлектә рус телен яҙырға кәрәкмәй.
Ым менән һөйләшергә белмәйем, тимәк "жестовый язык глухих" буш ҡала.
12-се һорау.
Туған телегеҙ?
Башҡорт теле.
Рөстәм Ғатауллин.