Бөтә яңылыҡтар

БАШҠОРТОСТАНДА КЕМДӘРГӘ АҘЫҠ-ТҮЛЕК ЙЫЙЫЛМАҺЫ ҺӘМ КОМПЕНСАЦИЯ ТЕЙЕШ?

Баймаҡ районының Төркмән ауылы халҡы 2022 йылдың башына аҡсалата ярҙам аласаҡ.

Баймаҡ районының Төркмән ауылы халҡы 2022 йылдың башына аҡсалата ярҙам аласаҡ. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, был ауылда инфекцияға бәйле бөтә малды юҡ иткәйнеләр. Был турала, бөгөн, 6 декабрҙә  Башҡортостан  Республикаһы Башлығы  хакимиәтенең етәксеһеһе  урынбаҫары Урал Килсенбаев  Хөкүмәт оператив кәңәшмәһендә  хәбәр итте.  

Уның әйтеүенсә, ул район хакимиәте менән бергә ауылға барып осрашыу үткәргән. Бынан тыш, ауыл халҡына аҙыҡ-түлек йыйылмаһы ла биреләсәк.  

  • Бөгөндән уларға йыйылма бирелә башлаясаҡ. Бөтә аҙыҡ-түлек йыйылмаһы составы иҫәпкә алынды, беҙ унда һөт кухняһын да индерҙек, - Урал Килсенбаев. - Ауыл халҡына юғалтыуҙар баҙар хаҡы менән ҡапланасаҡ. 

 

Район хакимиәтендә вирустың ҡайҙан таралыу  мөмкинлеген әйттеләр. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, районда Мәскәү эшҡыуарының ике кампанияһы тарафынан алтын 

эҙләү эшмәкәрлеге алып барыла. Росприроднадзор предприятиеларҙың эшмәкәрлегендә боҙоҡлоҡтар тапҡан. 

Бер кампанияға 600 млн һумға штраф һалғандар. Икенсеһенә шулай уҡ 400 млн һумлыҡ штраф янай. 

Автор:Айгул Клысбаева
Читайте нас: