Башстат белгестәре республика магазиндарында социаль әһәмиәткә эйә булған аҙыҡ-түлек хаҡтарын күҙәтеүҙәрен дауам итә. Һәр аҙна аналитиктар ҡайһы бер продукттарға хаҡ артыуы тураһында хәбәр итә.
Атап әйткәндә, һуңғы ете көндә помидор һәм һуғанға һиҙелерлек хаҡ артҡан (10,6%). Помидорҙың кг-һын уртаса 239,97 һумға, ә һуғанды 31,42 һумға һатып алырға мөмкин. Шулай уҡ шәкәргә лә (10,4%) хаҡ һиҙелерлек артҡан. Уртаса республика буйынса шәкәр ҡомон 78,60 һумға һаытп алырға мөмкин. Рис, кәбеҫтә һәм ҡара сәйгә лә (6,6-6,8%) хаҡтар артҡан.
Сөгөлдөр, маргарин, тоҙ, кишер, һыйыр ите, ҡарабойҙай, алма, көнбағыш майы, сосискалар. Сарделькалар, туң балыҡ, шоколадлы кәнфиттәр, икмәк һәм бөтә төр сырҙарға, йомортҡа, печенье, һарыҡ ите, тары, һары май, балалар туҡланыуы өсөн ҡоро һөт ҙушылмалары, ҡаймаҡ, стерилләнгән һөт, он, сусҡа ите, шулай уҡ итле, балалар туҡланыуы өсөн йәшелсәле һәм еләк-емешле консервалар, эремсек, тауыҡтар, картуф, вермишель һәм макарондарға хаҡ 0,1-5,7%-ҡа күтәрелгән.
Ә бына һуңғы аҙнала ҡыяр (7,4%) һәм бешерелгән-ҡаҡланған һәм бешерелгән колбаса (0,1-1,2%) арзанайған.