Башҡортостанда үҙҙәрен суд приставтары тип кешеләрҙе алдап йөрөгән мошенниктар тарафынан алдап маташҡан осраҡтар йышайған, тип хәбәр итәләр төбәк буйынса УФССП-ның матбуғат хеҙмәтенән.
Улар граждандарҙың электрон почтаһына бурыстары булыуы һәм уны тиҙ арала түләү кәрәклеге тураһында хат ебәрәләр. Шулай уҡ был ялған хаттарҙа, бурыстарын түләмәгән осраҡта, банк иҫәптәренә һәм мөлкәтенә арест һалыныуы тураһында ла хәбәр ителә.
Мошенниктар бурысты түләү өсөн банк картаһы мәғлүмәттәрен индерергә кәрәк булған һылтанма ебәрерә. Ҡулланыусыларҙы, бурыстың ҡайҙан килеп сыҡҡанын белеү өсөн, һылтанма буйынса инергә саҡыралар. Унан һуң вирус булған файлды күсереп алырға тәҡдим ителәр. Шулай итеп шәхси мәғлүмәттәргә һәм банк карталары иҫәптәренә “юл” асыла.