Бөтә яңылыҡтар

ШӘРИФУЛЛА БАБАЙ ҠОЙОҺО

“Шишмә – тормош сығанағы” бәйгеһенә

Беҙ тәбиғәт балалары. Ул беҙҙе ашата, кейендерә, йәшәргә дәрт, көс бирә. Беҙҙең Ҡарғалы ауылы тәбиғәте нәҡ шундай. Халыҡ та унан көс алып матур, етеш тормошта көн күрә. 2017 йыл Экология йылы булғанға ғына түгел, һәр ваҡытта ауылды, тирә-яҡты тәртиптә тотарға тырышабыҙ.

Беҙҙә шишмәләр күп. Ауылдан ике саҡрым тирәһе бик матур урында Шәрифулла бабай ҡойоһо тип аталған шишмә бар. Был шишмә янында ауыл халҡы ла, ситтән килгән ҡунаҡтар ҙа ял итергә ярата. Әммә ул ташландыҡ хәлгә әйләнеп бара ине. Өфө ҡалаһынан ялға ҡайтҡан Вадим Ғөбәйҙуллин, ауылда йәшәгән Ғәзинур Шамаев һәм әле Иҫәнғолдоң 1-се мәктәбендә 9-сы класта уҡып йөргән Роберт Ғөбәйҙуллин шишмәне тәртипкә килтерергә булдылар. Алдарына алғанды аҙағына еткерергә өйрәнгән тырыш егеттәр улар. Барлыҡ материалдарҙы хәстәрләп, үҙ көстәре менән шишмәне иҫ киткес матур итеп төҙөкләндереп ҡуйҙылар.

Ауыл халҡы исеменән егеттәргә тормоштарында ҙур уңыштар, сәләмәтлек теләйбеҙ. Ошондай егеттәр булғанда беҙҙең ауыл бер ҡасанда бөтмәйәсәк!
Читайте нас: