Бөтә яңылыҡтар

ШӘП БҮЛӘКТЕ ОТОП АЛ!

Гәзит менән бергә ҡал да Шәп бүләкте отоп ал!

Дуҫтар!

Баҫмабыҙға 2018 йылдың тәүге яртыһына яҙылып, редакциянан махсус наклейка алыусылар “Бәхетле авто” акцияһында ҡатнаша аласағы хаҡында иғлан иткәйнек инде. Һәм бына, ниһайәт, бүләктәр уйнатылыу урынын һәм ваҡытын иғлан итәбеҙ!

Акция 24 ноябрҙә район үҙәгенең “Дуҫлыҡ” паркы янында 12.00 сәғәттә үткәрелә.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ: приздар акция үтәсәк урынға фәҡәт махсус наклейка беркетелгән автомобиле менән килгәндәр араһында ғына уйнатыласаҡ. Ә бүләктәр шәп: һәр автомобилсегә кәрәкле булған компрессорҙар, инструменттар, автомобилсе йыйылмалары.

Үҙегеҙ менән 2018 йылға район гәзитенә яҙылыуығыҙҙы раҫлаған квитанция, шулай уҡ паспортығыҙ, социаль номерығыҙ һәм СНИЛС-ығыҙ ксерокүсермәләре МОТЛАҠ булһын. Белешмә өсөн телефон: 2-11-25.
Читайте нас: