Бөтә яңылыҡтар

БӘХЕТЛЕ АВТО

"Бәхетле авто"ла бүләктәр уйнатылды.

Район гәзитенә яҙылыусылар араһында «Бәхетле авто» отошо үткәреү урыны итеп был юлы ла “Дуҫлыҡ” паркы алдындағы туҡталҡа һайланды. Автомобилселәр өсөн бик кәрәкле булған бүләктәр отошонда ҡатнашыу өсөн уйындың шарттарын үтәү мотлаҡ ине. Йәғни һәр подписчик 2018 йылдың кәм тигәндә 6 айына район баҫмаһына яҙылырға һәм махсус наклейка алырға һәм бүләктәр уйнатылған урынға тәҙрәһенә ошо наклейка йәбештерелгән машинаһында килергә тейеш булды.

Билдәләнгән ваҡытҡа йыйылған иллеләгән автомобилдең хужаларына лотерея таратылды. Шартлы лототрондан “бәхетле” һандар яҙылған ҡағыҙҙарҙы алыуҙы гәзит уҡыусыбыҙға ышанып тапшырҙыҡ. Шулай итеп, авария йыйылмаһыТаҙларҙан Виталий Макаровтың һәм Ҡадигәндән Фәниә Теләүморатованың өлөшөнә сыҡты. Термокружкаларҙы Яңы Павловканан Кәрим Дәүләтшин, Иҫәнғолдан Ғүмәр Солтанов, Этҡолдан Миңзәлә Бикбаева отто. Ишемғолдан Фәрхетдин Ибраһимов, Иҫәнғолдан Олеся Байгилдина, Миңнәхмәт Мөхәмәтйәнов, Мөҙәрис Ҡоҙаҡаев, Хәлил Ғәлләмов, Әлебайҙан Хаят Хәсәева бүләккә автокомпрессор алды. Барлыҡ отоусыларҙы бүләктәре менән ихлас ҡотлайбыҙ!