Бөтә яңылыҡтар

ҠУЛЫ ЭШ БЕЛГӘНДӘР КҮҢЕЛ ЙЫУАТҺЫН, БЕЛМӘГӘНДӘР КҮРЕП ТАҢ ҠАЛҺЫН

Шәл байрамын ойоштороу беҙҙең районда матур йолаға әйләнеп, быйыл да оҫталарҙы район мәҙәниәт йортона йыйҙы.

Шәл байрамын ойоштороу беҙҙең районда матур йолаға әйләнеп, быйыл да оҫталарҙы район мәҙәниәт йортона йыйҙы. “Башҡорт шәле” фестиваль-конкурсының Әсәйҙәр көнөнә арналыуы байрамға сағыу биҙәк, тәрән мәғәнә өҫтәне.
Сараны үткәрә башлағандан алып төп бурыстар үҙгәрешһеҙ ҡала: халҡыбыҙҙың ҡул эштәренә булған һөйөүҙе арттырыу, оҫталарҙың исемдәрен данлау, йәш быуынға еткереү. Башҡорт дебет шәле —сәнғәттең бер тармағы. Донъяға Ырымбур шәле тип танылыу алған башҡорт оҫталарының шәлдәре халҡыбыҙ тарихына, көнкүрешенә барып тоташа. Был кәсеп бигерәк тә Башҡортостан Республикаһының көньяҡ-көнсығыш яғында, Ырымбур өлкәһенең башҡорттар күпләп йәшәгән Һарыҡташ, Ҡыуандыҡ райондарында киң таралған. Был райондарҙың тәбиғи шарттары йоҡа (нескә, нәҙек) һәм шул уҡ ваҡытта ныҡ, иләү өсөн юғары сифатлы, һығылмалы сүсле дебет кәзәһе тоҡомо үрсеүгә булышлыҡ иткәндер. Элек-электән башҡорттар күпләп мал тотҡан. Кәзәне һөт йәки ит өсөн генә түгел, ә дебетенән, тиреһенән өҫкө кейем тегеү өсөн дә аҫрағандар. Шул ваҡыттан алып шәл бәйләү кәсебе лә барлыҡҡа килгән. Заманында шәл күпме кешене аслыҡтан ҡотҡарғандыр ҙа, күпме кешене йылытҡандыр. Ә хәҙер тиреһен һәм итен әллә ни һанға һуҡмайҙар, күберәк дебете өсөн аҫырайҙар.
МР хакимиәте башлығы урынбаҫары Рауил Ҡунаҡбаев фестивалде асып, шәлдең районыбыҙбренды булыуын, республика кимәлендә шәл байрамдарында оҫталарыбыҙҙың бихисап призлы урындар яулауын һыҙыҡ өҫтөнә алып, күркәм байрам уңайынан әсәйҙәрҙе, буласаҡ әсәйҙәрҙе ҡотланы, конкурста ҡатнашыусыларға уңыштар юлдаш булыуын теләне. Шәлселәр район мәҙәниәт йортоноң ике ҡатына ла урынлашып, 1-се ҡатта шәхси беренселек өсөн ярыш барһа, 2-се ҡатта ауыл хакимиәттәре командалары урынлашҡайны. Оҫталарыбыҙ үҙҙәренең күңел йылыһын, күҙ нурын биреп бәйләгән эштәрен килгән халыҡҡа, жюри ағзаларына күрһәтеп кенә ҡалманы, ә һатыуға ла сығарҙы. Ырғаҡ менән бәйләнгән селтәрле дебет шәлдәр, төрлө биҙәкле бейәләй һәм ойоҡбаштар, йәйғор төҫлө түшәктәр һәм башҡа сағыу-сағыу бәйләнгән әйберҙәр һәр береһе иғтибарҙы үҙенә йәлеп итеп торҙо. Бикбауҙар бәләкәй сана алып килеп, уны дебет әйберҙәр менән биҙәһә, һаҡмарҙар “кәзә”не баштан-аяҡ кейендереп ҡуйған ине. Һәр бер команда үҙенең оригиналлеге менән айырылып торорға тырышты. Ҡул оҫталары эштәрен күрһәтеп кенә түгел, ә кешенең иғтибарын үҙенә йәлеп итерлек итеп рекламаларға ла тейештәр ине. Командалар тырышты: яңыбайҙар шәлде нисек итеп хәҙерге баҙар шарттарында һатыу тураһында һөйләһә, һаҡмарҙар шартына килтереп костюмдарҙа “Ал сәскә” әкиәтен башҡорт шәленә бәйләп сәхнәләштәрҙе, муйнаҡтар оҫта итеп “ Килен һандығын асыу”, таҙларҙар “Кис ултырыу” йолаһын, байыштар урындыҡта шәл бәйләү процесын күрһәтте. һ.б.
Командаларҙың һәм шәлселәрҙең эштәрен төрлө номинацияларҙа мәртәбәле жюри ағзалары баһаланы. Иҫәнғолдан Хәмдиә Теләүбирҙинаның селтәрле шәле Гран-при яулаһа, дебет шәлдәр араһынан Сәғиттән Гөлнур Юланова Гран-при алды. МР хакимиәтенең махсус бүләге менән Ҡыҙылъярҙан Нурзиә Саттарова бүләкләнде.
Оҫталарыбыҙ төрлө номинацияларҙа ла урын яуланы: “Оҫталыҡ өсөн” – Розалия Ғәлиева (Сураш), “Халыҡ кәсептәрендә йолалар һаҡлаған өсөн” – Нурания Рыҫҡолова (Арсен), “ Иң өлкән шәлсе” – Хәмдиә Теләүбирҙина (Иҫәнғол), “Иң йәш оҫтабикә” – Айгүзәл Күсәбаева (Иҫәнғол).
“Иң һәйбәт күргәҙмә” конкурсында Яңыбай ауыл хакимиәте командаһы –1-се, Байыш ауыл хакимиәте командаһы – 2-се, Үтәғол ауыл хакимиәте командаһы 3-сө урын яуланы.
Ә “ Иң шәп шәл рекламаһы” өсөн 1-се урынды – Һүрәм, 2-се – Байыш командаһы, 3-сө урынды Яңы Себенле командаһы алды. Реклама буйынса “Йолаларҙы һаҡлағандары өсөн” номинацияһында – Яңы Петровка командаһы, “Үҙенсәлекле идеялары өсөн” номинацияһында Иҫәнғол командаһы еңде.
Дөйөм иҫәпләүҙәрҙән һуң, ауыл хакимиәттәре командалары араһында 1-се урынды хаҡлы рәүештә Һүрәм оҫталары алһа, 2-се урынды байыштар яуланы, ә 3-сө урын иҫәнғолдарға эләкте.


ЭКСПРЕСС ҺОРАШЫУ:

Гөлләрә Яҡшыбаева, Самаҙы ауылы:
– Былтыр эштәремде ебәргәйнем, быйыл үҙем килеп күреп ҡайтырға булдым. Башҡа оҫталарҙың эштәрен күреп, һоҡланып, иҫем китеп йөрөнө. Үҙемә киләсәккә бәйләргә өлгөләр ҙә ҡарап ҡуйҙым. Һатыуға бирсәткә-бейәләй, ойоҡбаштар, кәсинкә, бәйләнгән һәм ырғаҡлап бәйләнгән шәлдәр килтерҙем. Киләһе йылдарҙа ла ҡатнашырға уйлайым.

Ләлә Мозафарова ейәнсәре Айгүзәл Күсәбаева менән, Иҫәнғол ауылы:
– Үҙ-үҙемде белгәндән бәйләү менән булышам. Үҙемә лә, һатыуға ла бәйләйем. Быйыл хатта Тунисҡа ял итергә барғанда ла заказ буйынса кәсинкә бәйләп һаттым. Бәйләнгән еңһеҙемде телевидениеға “Замандаштар”ға ла төшөрҙөләр. Йыл да ҡатнашырға тырышабыҙ.

Нурия Рәхимғолова, Ҡыуандыҡ ҡалаһы:
– Минең тыуған ауылым – Ағурҙа. Былтыр ҙа ҡатнашҡайныҡ, быйыл да бер ыңғай тыуған яҡты, туғандарҙы ла күреп ҡайтайыҡ тип килдек әле. Һатыуға иптәшем эшләгән орсоҡтар, шапылдаҡ, әүернәләр ҙә алып килдек. Былтыр ойоҡбаштарҙы күпләп алғайнылар, быйыл алыусы юҡ.

Дилбәр Ҡәҙербаева, Иҙәш ауылы:
– Үткән йыл селтәрле шәл менән Гран-при яулағайным, быйыл уртаһына “Әсәй” тип яҙып бәйләнем, ҡабарып етмәне. Шәлдәремде үҙебеҙҙең кәзә дебетенән бәйләйем. Был фестивалдә тауарҙарҙы бик үткәреп булманы. Ә башҡа ваҡытта эштәремде Ҡыуандыҡ баҙарына алып барып һатам.
Читайте нас: