Бөтә яңылыҡтар

ЯҢЫ ЙЫЛ БӘЙГЕЛӘРЕ

Һәр кем Яңы йылдан бер мөғжизә көтә. Кемдер шыршы төбөнән бүләк эҙләй, Ҡыш бабайға хат яҙа, уның тылсымлы таяғына ышана. Ә байрам кәйефен үҙебеҙ ҙә тыуҙыра, үҙебеҙгә бүләк эшләй алабыҙ бит. Бының өсөн һеҙгә беҙҙең конкурстарҙа ҡатнашырға ғына кәрәк!

“Йыл ваҡиғалары” видеояҙмалар бәйгеһе

Дуҫтар! Йылды йомғаҡлауға ла һанаулы ғына көндәр ҡалып бара. Быйылғы йыл төрлө кисерештәр менән һәр кемдең ғүмер китабында үҙ урынын алыр. Район тормошона килгәндә, һәр ғаилә, уҡыусылар һәм төрлө өлкәләге хеҙмәткәрҙәр коллективтары, йә тотош ауыл өсөн әһәмиәткә эйә ваҡиғалар күп булды, ҡайһылары гәзит биттәрендә сағылыш тапты. Әммә яҡтыртылмаған сараларҙың бихисап икәнлеген иҫәпкә алып, “Йыл ваҡиғалары” видеояҙмалар бәйгеһен иғлан итәбеҙ.
Ағымдағы йылдың 22 декабренә тиклем “Бәйләнештә” сайтындағы “Ейәнсура таңдары” гәзитенең рәсми төркөмөндә барасаҡ бәйгенең маҡсаты 2017 йыл ваҡиғаларын барлау һәм ижади һәләтле райондаштарыбыҙҙы билдәләү. Талаптар теләге булған һәр кем үтәй алырҙай: беренсенән, һеҙҙең ҡарамаҡҡа мөһим тип табылған ваҡиға хаҡында күбендә 3 минутлыҡ видеояҙма төшөрөү; икенсенән, уны беҙҙең махсус төркөмгә (https://vk.com/tandari) ҡуйыу. Еңеүсене билдәләү өсөн бәйгелә кәм тигәндә ете бәйгесенең ҡатнашыуы шарт. Иң күп “лайыҡ” йыйыусы еңеүсе тип табыласаҡ һәм иҫтәлекле бүләк менән билдәләнәсәк.

“Һүрәте шәп, яуап кәрәк”

Һеҙҙә үрҙә бирелгән һүрәт ниндәй уй-фекерҙәр уята? Уларҙы шиғри юлдарға һалып, беҙгә яҙып ебәрегеҙ. Иң тапҡыр, ҡыҙыҡлы юлдар гәзиттә донъя күрәсәк. Шәп авторҙы бүләк көтә.

“Шиғри юлдарҙы дауам ит”

Фантазияларын эшкә егеп, бирелгән шиғри юлдарҙы дауам итеү – гәзит уҡыусыларыбыҙҙың яратып ҡатнашҡан бәйгеләренең береһелер ул. Был юлы ла йоланан ситкә тайпылмайбыҙ.
Ҡыш бабайҙың ҡарлы тоғон
Әллә берәү урлаған…
Һәм
Замандан һис тә ҡалышмай
Ҡыштың ҡыҙы Ҡарһылыу…
Ошо юлдарҙы дауам итеп, ҡыҙыҡлы шиғыр ижад итеп, беҙгә ебәрегеҙ. Иң ҡыҙыҡлы, шул уҡ ваҡытта мәғәнәле лә булған шиғыр авторын бүләк көтә.

“Яңы йыл минең яҙмышымда”

Гәзит уҡыусылар өсөн “Яңы йыл минең яҙмышымда” мәҡәләләр конкурсы иғлан итәбеҙ. Өлкәндәрҙән һөйләтеп, яҙып ебәрһәгеҙ ҙә була. Иң уңышлылары баҫмала донъя күрәсәк.

“Эт”һеҙ генә…

Был конкурстың шарты яп-ябай: “эт” тип яҙмай, аҡбай, алабай, маъмай кеүек синонимдар ҡулланып, тоғро дуҫығыҙ – Йыл хужаһы тураһында сюжетлы хикәйә төҙөгөҙ. Шиғырҙар ҙа хуплана. Иң ҡыҙыҡлы яҙма авторын бүләк менән билдәләнәсәк.
Конкурстар 25 декабргә тиклем дауам итә. Яҙмаларығыҙҙы Иҫәнғол ауылы, Совет урамы, 9, [email protected] адрестары буйынса йәки “Бәйләнештә” сайтындағы “Ейәнсура таңдары” төркөмөнә (https://vk.com/tandari) ебәрегеҙ. Йомғаҡ Яңы йыл байрамы алдынан яһаласаҡ.
Читайте нас: