Бөтә яңылыҡтар

БИҘӘКТӘРГӘ ҺАЛА МОҢДАРЫН

"Күңелем биҙәктәре" бәйгеһенә Буранғол ауылында йәшәүсе Гөлниса Аҡбутина бәйләм тотоу эшенә бар күңелен бирә.

Буш ваҡытта әллә күпме файҙалы әйберҙәр яһап, үҙеңде һәм әйләнә-тирәләге кешеләрҙе зауыҡ менән ҡыуандырыу мөмкинлеге бар. Ундай ҡатын-ҡыҙҙар бай һәм нескә күңелле була.
Буранғол ауылында йәшәүсе Гөлниса Аҡбутина бәйләм тотоу эшенә бар күңелен бирә. Бала саҡтан ойоҡ һәм шәл энәһе тоторға күнеккән тилбер ҡулдары әле лә һис тик тороуҙы белмәй. Элегерәк дебет шәлдәр бәйләү менән ныҡ шөғөлләнһә, байтаҡ йылдар инде косынкалар, палантиндар, кофта һәм еңһеҙҙәр, заманса үҙенсәлекле бейәләй-бирсәткәләр бәйләүҙә маһирлана.Уйынсыҡтар бәйләргә лә өлгөрә ул. Әтәс менән төлкөләр, вазалағы сәскәләр күҙҙең яуын алып тора. Хужабикә ҡул эштәре менән “Башҡорт шәле” ише бәйгеләрҙә даими ҡатнаша, призлы урындар ала.
Урта Муйнак ҡыҙы Гөлниса Үрге Муйнаҡ башланғыс мәктәбендә уҡый, урта белемде Абзан мәктәбендә ала. Иҫәнғолда һатыусылар курсын тамамлағас, Түбәнге Бикбирҙе ауылы магазинына эшкә ебәрелә.
1982 йылда Буранғол ауыл егете Мөхәммәт Акбутин менән ғаилә ҡоралар һәм өй һалып, ике ул – Илсур менән Илнурҙы үҫтерәләр. 2000 йылда тормош иптәше Мөхәммәт ағай вафат була. Гөлниса Аҡбутина яңғыҙы ике улына ла белем алырға ярҙамлаша, башлы-күҙле итә. Илсур Стәрлетамаҡ мәҙәни-ағартыу техникумын һәм физик тәрбиә биреү академияһын тамамлай. Хәҙер ул БДУ-ның Сибай филиалында эшләй. Илнур Стәрлетамаҡ педагогик колледжын тамамлап, шул уҡ ҡалала төпләнгән. Икеһе лә ғаиләле, тормошта үҙ юлдарын аныҡ тапҡандар. Ата-әсәһенә оҡшап балалары йыр-моңға һәләтле булып үҫкән.
Бәхетле ҡәрсәй Гөлниса Аҡбутина 5 ейән-ейәнсәргә бейәләй-ойоҡбаштар бәйләп ҡыуандыра.
Гөлниса апай тәрбиәгә алған ҡыҙҙары Гөлсибәр менән Гөлсирәне лә уҡытып сығарған. 2002 йылдан алып хаҡлы ялға сыҡҡансы Буранғол ауылы мәҙәниәт йортонда эшләй. Хәҙер ҙә бихисап сараларҙа ҡатнашып, ауылдаштарына матур йырҙар бүләк итә.
Читайте нас: