Бөтә яңылыҡтар

РАЙОНДА ЭКОЛОГИЯ ЙЫЛЫНА ЙОМҒАҠ ЯҺАЛДЫ

МР Советының сираттағы ултырышында район буйынса Экология һәм айырыуса һаҡланған тәбиғәт биләмәләре йылына йомғаҡ яһалды.

Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты Ринат Нагаев, МР хакимиәте башлығы Әлфәрис Байсурин ҡатнашлығында үткән МР Советының сираттағы – 13-сө ултырышында район буйынса Экология һәм айырыуса һаҡланған тәбиғәт биләмәләре йылына йомғаҡ яһалды.
БР Экология министрлығыныњ Сибай территориаль комитеты рәйесе, Башҡортостан Республикаһыныњ тирә-яҡ мөхитте һаҡлау өлкәһендә өлкән дәүләт инспекторы Гөлнар Ноғманова йыл барышында башҡарылған эштәрҙе барланы, артабан сүплектәргә ҡый әҙерәк түгелеүен, уның икенсел сеймал булараҡ күберәк эшкәртелеүен теләне, Ейәнсурала тотонолған терегөмөшлө лампалар, батарейкаларҙы айырым йыйыу буйынса экобокстар ҡуйылыуын хупланы.
Сығышының аҙағында экологик сараларҙа айырыуса әүҙем ҡатнашҡан Иҫәнғолдоң 1-се мәктәбе (директоры Р. Ҡаҙаҡбаева), Ейәнсура мәғлүмәт үҙәген (директоры А. Аҡбулатова) БР Экология министрлығыныњ Рәхмәт хаты һәм Башҡортостандың “Ҡыҙыл китабы” менән бүләкләне; район мәғариф бүлеге (етәксеһе Р. Иҙелбаева), 2-се (Е. Алопина), 3-сө (В. Юланов) мәктәптәр, гимназия (Г. Назарова), Иҙелбәк мәктәбе (С. Абдуллина), Иҫәнғол (Р. Мәсәғүтов), Байыш (Ғ. Күсәрбаев), Әбүләис (Х. Ҡотошов), Бикбау (Р. Юлсанов), Яңы Петровка (И. Аҡсурин) ауыл биләмәләре, “ЖКСК” предприятиеһы (М. Байғазаҡов), ағинәйҙәр йәмәғәт ойошмаһы (етәксеһе Н. Ҡунысбаева) Сибай территориаль комитетының Рәхмәт хатына лайыҡ булды.
Экология йылы уңайынан МР хакимиәте менән берлектә беҙҙең “Ейәнсура таңдары” гәзите “Шишмә – тормош сығанағы” исемле бәйге иғлан иткәйне. Район территорияһында булған шишмәләрґе һәм яњыларын асыҡлап төґөкләндереүҙе, һыуын һаҡсыл ҡулланыуҙы, шишмә буйында ял итеү өсөн шарттар булдырыуҙы бурыс итеп ҡуйған был акцияға ла йомғаҡ яһалды. Бәйге еңеүселәренә – Иҙелбәк (Ф. Йәркәев), Үтәғол (С. Фазлыев), Һүрәм (Ғ. Хәйбуллин) ауыл биләмәләренә грамота һәм иҫтәлекле бүләктәр тапшырылды.
Читайте нас: