Бөтә яңылыҡтар

"БЕҘ – ЕРӘНСӘ ВАРИҪТАРЫ"

Был ваҡиғалар Үргендә лә, күрше ауылдарҙа ла һаман ҡабатланып, көлә-көлә һөйләнгәс, бәлки, гәзит уҡыусыларыбыҙға ла оҡшар тип, ошо хәлдәрҙең сәбәпсеһенең рөхсәте менән һеҙгә лә еткерәм.

“Котцу”

Беҙҙең Башҡорт Үргене килене иптәше менән Бикбирҙегә ата-әсәһенең хәлен белешергә бара. Барып төшөүҙәренә, әсәләре күрше ауылға юлланған була. Оҙаҡламабыҙ, хәҙер ҡайтабыҙ, тигәс, көтөргә булалар. Ул осорҙа һәр бер өйҙә гәзит-журнал, китаптар етерлек. Ваҡытты бушҡа үткәрмәҫ өсөн, икеһе ике урында китап, журнал ҡараштыра башлайҙар. Бер ни тиклем ваҡыт үткәс, ире ҡатынының бирелеп китап уҡығанын күреп: “ Нимә уҡыйһың шул хәтле, иҫең китеп?” – тип һорай ҡуйған. Ҡатыны, ҡамасаулама әле, тигән шикелле, тиҙ генә, “Котцу” исемле китап, тип уҡыуын дауам иткән. Ир кеше аптырап, аңламай, ҡабат һорай, шул уҡ яуап ҡабатлана. Ахырҙа урынынан тороп, түҙмәй, ҡатынының китабын ҡулына алып ҡарай ҙа: “Баянан бирле “Котцу” ла “Котцу” тип башымды ҡатыраһың, “К отцу” тигән китап уҡып ятаһың да һин”, – ти икән.

Бер уйлаһаң, ябай ғына тойолған әҙәбиәт һәм тел ҡанундарын һанға һуҡмау ниндәй мәғәнәһеҙ һүҙҙәр килтереп сығарырға мөмкин.

“Һарығын быҙауламаны”

Үткән быуаттың 86-сы йылдарында, үрҙә телгә алынған беҙҙең килен, төпсөк улына ауыры етешеп йөрөгән мәл булһа ла, күрше Сембер ауылынан бер үҙе, ҡыш уртаһында атҡа сана егеп, Гончаров фамилиялы урыҫтарҙан ике һарыҡ һатып ала. Буранға эләгеп, мең бәлә менән ҡайтып инеүе үҙе бер мажара, әммә һүҙ һарыҡтар тураһында.

Һатыулашҡан саҡта, һарыҡтарҙың мотлаҡ бәрәсләйәсәге тураһында мәрйәнән ныҡлы ышаныс ала. Заманына күрә, яҡшы ғына аҡсаһын да түләгәс, отолғоһо килмәй, һарыҡтарҙы үрсеткеһе лә килә. Өмөтләнеп көтһә лә, һарыҡтарҙың береһе генә бәрәсләй. Тәки алданы был мәрйә тип, йәне көйә. Бер ни эшләп булмай. Шулай ҙа әмәлгә баҡҡандай, яҙға табан, теге мәрйә, ат егеп, санаһына тоҙло кәбеҫтәһен, ҡыярын тейәп, Үргендә һатыу итеп йөрөп ята. Килен тегене танып, ҡаршы сыға һала ла, үпкәһен белдерергә ашыға:

– Гончарова! – ти икән был, руссалап. – Ты ведь меня обманула! Твоя барашка не “отелилась”, – тип бәйләнә башлаған.

Тегеһе аңлаған эштең нимәлә икәнен. Разве да разве, извини да извини, ошиблась тип, тоҙло ҡыярын, кәбеҫтәһен һауытына өймәләмә итеп һалып, ризалатып ҡуйған.

Күтәренеп ҡайтып килгән ҡатынын ҡапҡа төбөндә ире ҡаршы ала: “Нимә тип унда, урам уртаһында, кеше көлдөрөп йөрөйһөң? Ҡасан күргәнең бар һарыҡтың быҙаулағанын?” – тип ороша икән. Ир менән ҡатын нисек тә аңлашалар, ә теге мәрйәнең аптырауы бының менән генә бөтмәй әле. Йәтеш ҡотолдом тип, ҡайтыуға табан ҡуҙғалһа, икенсе бер йорттан тағы бер ҡатын йүгереп сыға ла, “отдай валенки, валенки отдай” тип ҡысҡыра икән. Мәрйә аптырап, “какие ещё валенки” тип атын туҡтатыуға, тегенеһе килә һалып санала ятҡан бейәләйҙәрен тырнап ала ла, “вот же лежат”, ти икән. Береһе һарыҡтан – быҙау, икенсеһе бейәләй урынына быйма таптырғас, Гончарованың кәбеҫтә һатыу ҡайғыһы булмағандыр, моғайын.
Читайте нас: