Бөтә яңылыҡтар

УРТАҠ ШАТЛЫҠ

Йола буйынса 13 ғинуарҙа билдәләнгән Рәсәй матбуғаты көнөндә республиканың матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары хеҙмәткәрҙәре, журналистар, нәшриәтселәр һәм полиграфистар йыйылды.

Дүшәмбе көндө Башҡортостандың баш ҡалаһында, "Башинформ" мәғлүмәт агентлығының конференциялар залында Рәсәй матбуғаты көнө уңайынан тантаналы сара уҙҙы. Йола буйынса 13 ғинуарҙа билдәләнгән байрамға республиканың матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары хеҙмәткәрҙәре, журналистар, нәшриәтселәр һәм полиграфистар йыйылды. Сара сиктәрендә Рәсәй Федерацияһы Элемтә һәм киң коммуникациялар министрлығының, Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығының, Рәсәй Федерацияһы Журналистар союзының, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитетының маҡтау ҡағыҙҙары һәм рәхмәт хаттары тапшырылды. Шулай уҡ йыл дауамында барған республика конкурстары еңеүселәре билдәләнде. Улар араһында беҙҙең “Ейәнсура таңдары” ла бар. Беҙҙең гәзит Башҡортостан Республикаһы дәүләт телдәре үҫешен яҡтыртыу буйынса республика конкурсында өсөнсө урынға лайыҡ булды.
Был уртаҡ шатлыҡ – унда һеҙҙең дә өлөш бар, хөрмәтле гәзит уҡыусылар!
Читайте нас: