Ғаилә культын пропагандалауҙы маҡсат итеп ҡуйған был бәйгелә ҡатнашыу өсөн айыҡ тормош алып барған, ғаилә тормошонда кәмендә 10 йыл йәшәгән, мотлаҡ рәүештә "Ейәнсура таңдары" гәзитенә яҙылған, балаларын халҡыбыҙҙың йолаларына, ғөрөф-ғәҙәттәренә таянып матур итеп тәрбиәләгән, шәхси хужалыҡтарын яҡшы алып барған, хеҙмәттә, йәмәғәт тормошонда, ижади уңыштарға өлгәшкән өлгөлө ғаиләләр тураһында яҡшы сифатлы фотолар менән мәҡәләләр яҙыу кәрәк. Һеҙҙең ауылдаштарығыҙ, туғанығыҙ, дуҫтарығыҙ нәҡ шундай ғаиләлер? Һеҙҙән хаттар көтөп ҡалабыҙ. Бәйгегә йомғаҡ ноябрь аҙағында яһаласаҡ. Талаптарға яуап биргән иң шәп ғаиләләрҙе һәм иң яҡшы мәҡәлә авторҙарын бүләкләү тантанаһы район мәҙәниәт йортонда үтәсәк.