Бөтә яңылыҡтар

МАТУРЛЫҠТАН КҮҘҘӘР ҠАМАША...

Район мәҙәниәт йортонда "Ейәнсура һылыуҡайы - 2018" гүзәллек бәйгеһе үтте.

1 февралдә район мәҙәниәт йортонда “Ейәнсура һылыуҡайы” бәйгеһенең финалы үтте

Изге йолаға ингән был гүзәллек конкурсы быйыл Ғаилә йылына арналды һәм унда Иҫәнғолдан Регина Дашкина, Руфина Байчурина, Есения Алдашова, Иҙәштән Эльмира Теләүембәтова, Күгәрсендән Ләйсән Ҡолоева, Муйнаҡтан Вилиә Ғәлиева, Самаҙынан Рузилә Яҡшыбаева бәйге тотто. Конкурс һылыуҡайҙар менән танышыуҙан башланды. Һәр бәйгесе ғаиләһе, шөғөлдәре, ҡыҙыҡһыныуҙары хаҡында бәйән итте, сығыштары экранда фотоһүрәттәр теҙмәһе менән оҙатылып барҙы. Ә шулай ҙа “визитка”ның “Мин – буласаҡ әсә” тигән темаһын Эльмира, Ләйсән, Вилиә һәм Рузилә генә аса алды.
Бәйгенең икенсе өлөшөндә һылыуҡайҙар ижади оҫталыҡтарын күрһәтте. Һүҙ юҡ, һәр ҡайһыһы һәләтле – әҙерләгән йыр-бейеүҙәре тамашасылар һәм жюри күңеленә хуш килде. Ә бына интеллектуаль конкурста жюри биргән һорауҙар һылыуҡайҙарҙы икенсе яҡтан асты: тәү ҡарамаҡҡа ҡыйыуһыҙ күренгәндәр тиҙ арала тапҡыр яуап тапһа, сая күренгәндәр араһында ҡаушап ҡалыусылар ҙа булманы түгел. Бергәләшеп заманса бейеү башҡарыуға ҡайтып ҡалған “данс-микс” конкурсы ҡыҙҙарҙың бейеү һәләтен генә түгел, буй-һын матурлығын, һығылмалылығын күрһәтте.
Кейем күрһәтеү, йәғни дефиле – гүзәллек бәйгеһенең иң сағыу биҙәгелер. Быйыл ҡыҙҙар сәхнәгә үҙҙәренең ҡулы менән әҙерләнгән күлдәктәрҙә сыҡты. Регина, Ләйсән һәм Рузилә – сүп-сар өсөн махсус полиэтилен тоҡтарҙы, Руфина – кейеҙ, Есения – обойҙар, Эльмира – төрлө төҫтәге ҡағыҙ салфеткалар, ә Вилиә гәзит ҡулланған. Ҡыҙҙар күлдәктәренә тап килтереп, эшләпә, сумочка, ҡулсатыр кеүек аксессуарҙар ҙа эшләргә онотмаған.
Ниһайәт, һылыуҡайҙарҙы бар яҡтан да һынап ҡараған
бәйге аҙағына яҡынлашты. Жюри ағзалары ҡыҙҙар өсөн ҡәҙерле һәр балды иҫәпләп,
ете ҡат үлсәп, бер ҡат киҫкәндән һуң, бәйге һөҙөмтәләрен иғлан итте. Шулай
итеп, “Мисс Һомғоллоҡ” номинацияһында – Ләйсән Ҡолоева, “Мисс Талант” номинацияһында
Есения Алдашова билдәләнде. Алдан “Бәйләнештә” сайтында үткәрелгән
интернет-тауыш биреүҙә иң күп мәрәй йыйған Регина Дашкина – махсус номинацияла,
ә сараға килгән тамашасыларҙың иң күп тауышын йыйған Руфина Байсурина “Тамашасы
һөйөүе” номинацияһында еңеүгә өлгәште. Муйнаҡ һылыуҡайы Вилиә Ғәлиева –
беренсе, Самаҙы гүзәле Рузилә Яҡшыбаева – икенсе һәм 2-се мәктәп сибәркәйе
Регина Дашкина өсөнсө урын яуланы. Ә Иҙәш һылыуы, әлеге мәлдә С. Абдуллин
исемендәге балалар сәнғәт мәктәбендә уҡытҡан Эльмира Теләүембәтова бәйге еңеүсеһе – Гран-при эйәһе булды! “Ейәнсура
һылыуҡайы – 2018”-гә үткән йылдағы бәйге еңеүсеһе Динә Рамаҙанова таж кейҙерҙе
һәм таҫма таҡты.
Читайте нас: