Бөтә яңылыҡтар

ТЫНҒЫҺЫҘ ХЕҘМӘТТӘ ЙЫР-МОҢҒА ЛА УРЫН БАР

Эске эштәр органдары һәм подразделениелары хеҙмәткәрҙәре, ветерандары һәм уларҙың ғаилә ағзалары араһында үткән “Ҡалҡан һәм лира” үҙешмәкәрҙәр фестивале күптән инде матур йолаға ингән. Быйыл ун туғыҙынсы тапҡыр уҙғарылған фестиваль Рәсәй полицияһы ойошторолоуға 300 йыл тулыуға арналды.

Эске эштәр органдары һәм подразделениелары хеҙмәткәрҙәре, ветерандары һәм уларҙың ғаилә ағзалары араһында үткән “Ҡалҡан һәм лира” үҙешмәкәрҙәр фестивале күптән инде матур йолаға ингән. Быйыл ун туғыҙынсы тапҡыр уҙғарылған фестиваль Рәсәй полицияһы ойошторолоуға 300 йыл тулыуға арналды һәм Рәсәй эске эштәр министрлығының Әбйәлил, Ейәнсура, Хәйбулла, Йылайыр, Күгәрсен, Бөрйән райондары буйынса бүлек хеҙмәткәрҙәрен зона бәйгеһенә беҙҙең район мәҙәниәт йортона йыйҙы.
Эске эштәр бүлеге хеҙмәткәрҙәренең еңел булмаған эшенән тыш, ваҡыт табып, мәҙәниәткә иғтибар бүлеүе айырым маҡтауға лайыҡ. Мөмкинлектән файҙаланып, концертыбыҙҙы сығыштары менән тулыландырыусы хеҙмәткәрҙәрҙең балалары Тимур Шәмсетдиновҡа, Динә Аҙнабаеваға, Наҙгөл Мозафароваға, ветерандарыбыҙ Азамат Йомағужинға, Шәһиҙә Ишбирҙинаға, Илдус Сәфәрғәлинға, миграция мәсьәләһе буйынса хеҙмәткәрҙәр Оксана Баймөхәмәтова менән Әлиә Бирҙебаеваға рәхмәт һүҙҙәрен еткерге килә. Тәүге йыл ғына эшләгән Рәмзил Ғөбәйҙуллинды ла билдәләп үтер инем, – тине шәхси состав менән эшләү төркөмөнөң өлкән белгесе, эске хеҙмәт майоры Наил Юлдашбаев. Ул шулай уҡ зона бәйгеһен юғары кимәлдә ойоштороп үткәреүгә булышлыҡ иткән район хакимиәте башлығы Ә. Байсуринға һәм район мәҙәниәт йорто директоры А. Ваһаповҡа баһалама ағзаларының рәхмәтен еткерҙе.
Читайте нас: