Бөтә яңылыҡтар

ИКЕҢ БЕР УЙЛЫ, БЕР ФЕКЕРЛЕ БУЛҒАНДА

“Матур ғаилә – ил терәге” конкурсына

Гөлфиә Мәхмүт ҡыҙы Яңы Себенле ауылында Фәниә һәм Мәхмүт Хәсәновтарҙың ғаиләһендә дүртенсе бала булып донъяға килә. Бәләкәйҙән ҡыҙыҡһыныусан, эшһөйәр ҡыҙҙың, уҡытыусы һөнәрен һайлаған апайҙары кеүек, мөғәллимә булғыһы, төндәр буйы дәфтәр тикшереп ултырғыһы килмәй. Уны аҡ халатлыларҙың эше үҙенә тарта. Мәктәптә яҡшы уҡыған Гөлфиә Салауат медицина училищеһына уҡырға инә. Уны уңышлы тамамлағас, йүнәлтмә буйынса, Самаҙы ауылына фельдшер булып эшкә килә. Шунда таныша ла инде ул үҙенең буласаҡ тормош иптәше Фирғәт Харрас улы менән. Гөрләп торған “Дружба” колхозының алдынғы водителдәренең береһе була Фирғәт. Шаян, салт, егәрле, дәрте ташып торған егет ЗИЛ автомашинаһында уңышлы эшләй. Ғизиназ һәм Харрас Ғөбәйҙуллиндарҙың оло, татыу ғаиләһендә алты баланың дүртенсеһе булып, атай йортонда төпләнеп, матур итеп ғаилә ҡорорға хыяллана ул. Хыялы тормошҡа аша егеттең – Гөлфиә менән сәстәрен сәскә бәйләй. 30 йылға яҡын бер-береһенә терәк, таяныс булып донъя көтә бөгөн Ғөбәйҙуллиндар. Атай нигеҙен тергеҙеп, яңы йорт күтәрҙеләр. Ике ҡыҙға – Гөлүсә менән Айзиләгә сәскәләй ғүмер асҡан улар. Ҡыҙҙары, үҙҙәре шикелле, тырыш, сәмле. Гөлүсә Абзан урта мәктәбен тик яҡшы билдәләргә генә тамамлап, Стәрлетамаҡ дәүләт педагогия институтының тарих факультетын ҡыҙыл дипломға бөтөрөп, бөгөн Башҡорт дәүләт университетында уңышлы эшләп йөрөй. Ошо көндәрҙә Илфат Мәһәҙиев атлы егет менән пар балдаҡтар кейҙеләр. Айзилә иһә Иҫәнғол гимназия-интернатында белем ала.
Ошо йылдар дауамында Гөлфиә апай бейеме Ғизиназ инәй менән татыу, килешеп бергә йәшәй. Төп йортҡа ҡунаҡҡа ҡайтҡан туғандарға ла йылы ҡарашын, татлы аш-һыуын йәлләмәй килен кеше. Һәр береһенә иғтибарлы, ихтирамлы ул.
Гөлфиә Мәхмүт ҡыҙы бына нисә йылдар инде Самаҙы ауылы фельдшер-акушер пунктын етәкләй. Ауыл халҡы үҙен бик ярата, хөрмәт итә. Сөнки ул үҙ эшенең оҫтаһы. Халыҡты уколдар, дарыуҙар менән генә түгел, йылы һүҙе менән дә дауалай. Ҡойоп яуған ямғырлы көнмө, ҡышын күҙ асҡыһыҙ буранмы, көн тимәй, төн тимәй, тиҙ ярҙам сумкаһын аҫып ярҙамға ашыға ул. Бөгөн Фирғәт ағай уның уң ҡулы тиһәк тә, яңылыш булмаҫ. Сөнки улар ҡапыл ауырып киткән сирле янына бергәләп ашыға, кәрәк булһа, үҙ машиналарында район үҙәге дауаханаһына ла илтеп ҡуя. Эше тынғыһыҙ, яуаплы булыуына ҡарамаҫтан, Гөлфиә Мәхмүт ҡыҙы донъяһын гөлт итеп тота. Кәртә тулы мал-тыуар, баҡса тулы йәшелсә-емеш, гөлдәр үҫтерә улар. Бында ла ире – уның уң ҡулы. “Икең бер уйлы, бер фекерле булғанда ғына тормош көтөүе еңел, – ти Гөлфиә апай, тыйнаҡ йылмайып. – Беҙ был һинең эш, быныһы минеке тип бүлмәйбеҙ, һәр эште бергәләп башҡарабыҙ, ауырлыҡтарҙы шулай йырып сығабыҙ. Һәр башланғыс алдынан кәңәшләшәбеҙ. Эшемде яратып башҡарам, ошо һөнәрҙе һайлауыма бер ҙә үкенмәйем. Сөнки кешеләрҙең сәләмәтлеге һағында тороу, сирҙәре үткәндәрҙең шат йылмайыуын күреү минең өсөн бәхет. Мохтаждарға ярҙам ҡулы һуҙып, уларҙың хәлен бер аҙға ғына булһа ла еңеләйтә алам икән, тимәк, был һөнәрҙе юҡҡа һайламағанмын”,- ти аҡ халатлы шәфҡәт туташы.
Үрге остан ашыға баҫып берәү килә. Гөлфиә апай ул, эшенә ашыға. Сөнки уны 350 кеше, шул иҫәптән 61 бала һәм 96 пенсионер көтә. Кемгәлер укол, икенсеһенә табипҡа йүнәлтмә кәрәк, өсөнсөһөнә йылы һүҙ ҙә етә. Һәр береһен иғтибар менән тыңлай, кәңәштәрен бирә. Ауыл халҡы был ғаиләне бик хөрмәт итә. Сөнки йөҙҙәренән йылмайыу китмәгән Ғөбәйҙуллиндар һәр саҡ кемгәлер ярҙамға ашыға. Береһе дарыуы, уколы менән дауалаһа, икенсеһе шаян һүҙе менән күңел күтәрә.
Шулай көн артынан төн, аҙна артынан ғүмер үтә. Ауылды биҙәгән ошондай эшсән кешеләр, матур, татыу ғаиләләр барҙа, илебеҙ ҙә күркәм, бай булыр. Арабыҙҙа улар күберәк булһа, йәшәйешебеҙ ҙә сағыуыраҡ, күркәмерәк булыр ине. Алам тиһәң кейеме, ашайым тиһәң бөтә тәм-томдары магазин кәштәләрендә ишелеп ятҡанда, бер-береңә йылы һүҙеңде, наҙлы ҡарашыңды йәлләмәй йәшәргә лә йәшәргә генә ҡала.
Шул сағында ғына балаларыбыҙ киләсәге өмөтлө, телебеҙ, динебеҙ, милләтебеҙ бәҫе юғалмаҫ, ә киреһенсә, артыр, ишәйер генә. Парлы, татыу, матур йәшәйек, берҙәм булайыҡ, дуҫтар!
Читайте нас в